Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Апрель 2020, 10:55

Һәр иртәне спортсы менән бергә башла

Үҙ-үҙеңде изоляциялау ваҡытын сәләмәтлек өсөн файҙалы үткәрергә – онлайн зарядкаға ҡушылырға тәҡдим итәбеҙ. Төбәктең Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы башланғысындағы был махсус акцияға һәр кем ҡушыла ала.

Үҙ-үҙеңде изоляциялау ваҡытын сәләмәтлек өсөн файҙалы үткәрергә – онлайн зарядкаға ҡушылырға тәҡдим итәбеҙ. Төбәктең Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы башланғысындағы был махсус акцияға һәр кем ҡушыла ала.
Башҡортостан спортсылары һәм тренерҙары көн һайын иртәнге сәғәт 9-ҙан 10-ға тиклем онлайн зарядка үткәрә. Өфөнән рапирасы, Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры, донъя һәм Европа чемпионы Анастасия Иванова, шулай уҡ рапирасы, фехтование буйынса ике тапҡыр донъя һәм Европа команда беренселеге чемпионы Аделина Заһиҙуллина һәм башҡалар был акцияны үткәреүҙә ҡатнаша.
9 апрелдә иһә грэпплинг буйынса донъя чемпионатында алдынғы урындар яулаған, самбо, джиу-джитсу һәм дзюдо буйынса күп тапҡыр Европа һәм Рәсәй чемпионы Яна Шорохова һеҙҙе сәләмләйәсәк. Онлайн зарядканы "Инстаграм"да тура эфирҙа ҡарағыҙ: https://www.instagram.com/yana.shorokhova/
Ә 10 апрелдя билдәле мотоуҙышсы, Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры, шәхси иҫәптә – һигеҙ, команда иҫәбендә 12 тапҡыр донъя чемпионы, бихисап тапҡыр Рәсәй чемпионы Николай Красников онлайн зарядка ойошторасаҡ. Был сара ла шулай уҡ "Инстаграм"да тура эфирҙа үтәсәк (https://www.instagram.com/krasnikov_001/).
5 апрелдә башланған был сара ил Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы раҫланған “Демография” милли проекты сиктәрендә бара.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: bash.news
"Башҡортостан" гәзитенән.
Читайте нас: