Коронавирус эпидемияһына ҡаршы көрәш саралары бизнеста сағылыш тапмай ҡалманы. Ләкин коронавирус осоронда ла эш табырға мөмкин, тип билдәләй белгестәр.
Әйтәйек, hh.ru порталы мәғлүмәттәре буйынса, быйыл мартта Башҡортостанда вакансиялар һаны кәмемәгән. Әгәр был күрһәткестәрҙе 2019 йылдың марты менән сағыштырғанда, буш урындар 14% күберәк.
Башҡортостанда эш урыны өсөн конкуренция февраль кимәлендә һаҡланған һәм бер вакансияға 7,3 резюме тәшкил иткән. Мәғлүмәт өсөн: һәйбәт күрһәткес – бер вакансияға биш-алты резюме.
Мартта түбәндәге өлкәләр вакансиялар һаны буйынса сағыу ыңғай динамика күрһәткән: фән, мәғариф (февралгә ҡарата +71% ); медицина, фармацевтика (+21%); төҙөлөш, күсемһеҙ милек (+20%); эшсе персонал (+11%); һатыу (+9%).
Һәм, киреһенсә, спорт, фитнес, матурлыҡ (февралгә -16%); хәүефһеҙлек (-16%); маркетинг, реклама, PR (-12%); йорт персоналы (-11%); юғары менеджмент (-11%); бухгалтерия, финанстар (-11%); туризм, ҡунаҡханалар, ресторандар (-10%) эш тураһында тәҡдимдәр һанын кәметкән.
Шуға ҡарамаҫтан, хәҙер өҫтәмә эш эҙләүселәр байтаҡ. Улар өсөн hh.ru сайтында махсус бүлек асылды – бөгөн унда республикалағы 1,5 мең самаһы вакансия бар.
http://www.bashinform.ru/news/1436292-kakie-vakansii-vostrebovany-v-bashkirii-vo-vremya-rezhima-samoizolyatsii/