Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Апрель 2020, 11:20

Өҫтәл артында өсөнсө артыҡ: Өфөлә кафе һәм ресторандар асыла

Өфөлә «Лидер Групп» һәм «Даско Групп» компанияларының кафе һәм ресторандары асылды. Социаль селтәр ҡулланыусылары хәбәр итеүенсә, «Буфет», «Сыровар», «Дель Маре», «Мюзик-холл», «Кофе-тайм» эшләй.

Өфөлә ҡайһы бер, атап әйткәндә, «Лидер Групп» һәм «Даско Групп» компанияларының кафе һәм ресторандары асылды. Социаль селтәр ҡулланыусылары хәбәр итеүенсә, «Буфет», «Сыровар», «Дель Маре», «Мюзик-холл», «Кофе-тайм» эшләй. Башҡортостан башлығының 2020 йылдың 6 апрелендәге юғары әҙерлек режимы тураһында указының һуңғы редакцияһына ярашлы, сауҙа үҙәгендә урынлашмаған һәм шарттарҙы теүәл үтәгән дөйөм туҡланыу ойошмаларына эшләргә рөхсәт ителә.
«Бер өҫтәлдә бер-береһенә ҡапма-ҡаршы ике ҡунаҡ ҡына ултырырға мөмкин. Өсөнсө ҡунаҡ улар менән ултыра алмай. Өҫтәлдәрҙең араһы 1,5 метр тәшкил итергә тейеш. Ҡунаҡтар өсөн залға 50-нән артыҡ кеше (шул иҫәптән персонал) индерелмәй, бының үтәлеше ҡәтғи тикшерелә», — тип белдерҙеләр ойошмаларҙың береһендә.
Республиканың дөйөм туҡланыу ойошмаларында ла киске сәғәт 6-нан һуң алкоголь һатырға ярамай, тип хәтергә төшөрҙө рестораторҙар.
Һуңғы ике аҙнала күп кенә ойошмалар «үҙең менән алыу» йәки илтеп биреү өсөн ҡулайлашты. 7 апрелгә мәғлүмәттәр буйынса, Өфөлә 763 дөйөм туҡланыу предприятиеһының 128-е шулай эшләне.
Изоляцияның тәүге аҙнаһында — 30 марттан 5 апрелгә тиклем «СберДанные» лабораторияһы рәсәйҙәрҙең тауарҙарға һәм хеҙмәттәргә сығымының 23% кәмеүен теркәне.
http://www.bashinform.ru/news/1436483-za-stolom-tretiy-lishniy-kak-v-ufe-budut-rabotat-kafe-i-restorany/
Читайте нас: