Был коронавирус кешеләрҙе нимә генә эшләтмәй. Кешеләр күҙгә күренмәгән "дошмандан" ҡасабыҙ тип, уйламаған аҙымдарға бара. Свердловск өлкәһендә өс балалы ғаилә вирус йоҡтороуҙан ҡурҡып урманға йәшәргә киткәндәр. Үҙҙәре менән аҙыҡ-түлек, телефон алғандар. Урманда бер тәүлек булғандар, балалар ботаҡ өҫтөндә йоҡлағандар, ошо арала уларҙың береһе талпан эләктерергә өлгөргән. Ҡасҡалаҡтарҙың эҙенә полиция төшкән, кире өйҙәренә ҡайтарғандар. Яуапһыҙ ата-әсәгә штаф һалғандар, балаларҙың һаулығын тикшереү өсөн табиптарға тапшырғандар.