Яйыҡ
-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Апрель 2020, 17:20

АЛЫҪТАҒЫ ЙОНДОҘ ЙЫЛЫТАМЫ?

Әллә бала саҡта күршелә малайҙар ғына булып, улар менән уйнап үҫеүем, әллә уҫалыраҡ холҡом арҡаһында, көслө заттар менән дуҫлашыуым күберәк булды. Хәйер, ваҡыт үткән һайын, элекке иптәш ҡыҙҙарымдың берәүҙәре донъя мәшәҡәте, икенселәре үҙҙәренең яҙмыш-йәшәйештәрен минеке менән урынһыҙ сағыштырып, асыу-көнсөллөк дуҫлыҡ ептәрен кимереп, яйлап-яйлап ҡына берәм-берәм ҡомға һеңгән һыу кеүек юғала башлағас, янымда тағы ла хәлеңде һөйләрҙәй, ауыр саҡта ярҙам ҡулы һуҙырҙай кешеләр булып ир-заттары ғына ҡала башланы. Класташ ҡыҙҙарымдың да телефон номерҙары күптән үҙгәреп бөтһә лә, егеттәр менән шылтыратышып хәл-әхүәлдәр белешеп, байрамдарҙа ҡотлашып торабыҙ.

Әллә бала саҡта күршелә малайҙар ғына булып, улар менән уйнап үҫеүем, әллә уҫалыраҡ холҡом арҡаһында, көслө заттар менән дуҫлашыуым күберәк булды. Хәйер, ваҡыт үткән һайын, элекке иптәш ҡыҙҙарымдың берәүҙәре донъя мәшәҡәте, икенселәре үҙҙәренең яҙмыш-йәшәйештәрен минеке менән урынһыҙ сағыштырып, асыу-көнсөллөк дуҫлыҡ ептәрен кимереп, яйлап-яйлап ҡына берәм-берәм ҡомға һеңгән һыу кеүек юғала башлағас, янымда тағы ла хәлеңде һөйләрҙәй, ауыр саҡта ярҙам ҡулы һуҙырҙай кешеләр булып ир-заттары ғына ҡала башланы. Класташ ҡыҙҙарымдың да телефон номерҙары күптән үҙгәреп бөтһә лә, егеттәр менән шылтыратышып хәл-әхүәлдәр белешеп, байрамдарҙа ҡотлашып торабыҙ.
Яңыраҡ эш буйынса ғына килгән бер класташым (исемен үҙгәртеп, Айнур тип алайыҡ), апаһына ауылдан ебәрелгән пакетты ҡалдырырға тип, миңә шылтыратты. Буласаҡ кәләше менән танышҡандан һуң беҙҙән нисектер ситләшкән кеүек тойолған Айнурҙың килеүенә шатланып ризалаштым. Киске аш мәле лә булғас, икенсе ҡаланан килеп, эш менән йөрөгән элекке һабаҡташымдың ай-вайына ҡарамай, ныҡышып тигәндәй өҫтәл артына ултырттым.
Яңы өйләнешкән, тәүге бәпестәренә атай-әсәй булырға йөрөгән был парҙың социаль селтәрҙәрҙә бәхетле мәлдәрен, әле теге, әле был урында мәңгеләштергән фотоларына йыш ҡына һоҡланып ҡарап, класташымдың яратып-яратылып ғаилә ҡороуына ысын күңелдән ҡыуана инем. Бер сынаяҡ сәйҙе түңкәргәс, ғаилә, йәшәйеш хәлдәренә күсеп киттек. Унан бер нисә йылға алдараҡ донъя ҡороп, хәҙер ваҡ-төйәк мәшәҡәттәр, тормош ығы-зығылары менән һөйөү гөлө үҙ күркәмлеген юғалта төшкәс, Айнурҙар ише парҙар миндә ҡыҙыҡһыныу ҙа уята. Шуға, уратып-суратып тормай ғына тураһын ярҙым:
– Иҫтәлекле, матур урындар менән барып, күреп таныша алмағас, кемдер тәбиғәт матурлығы, ял итеү урындары тураһында мәғлүмәти яҡтан ҡыҙыҡлы булған төркөмдәргә инеп ҡарай, мин иһә Айнур менән Оксананың диуарын ғына асам да ҡуям. Ваҡыт, аҡса, иң мөһиме, һәр саҡ матур, бәхетле күренер өсөн энергияны ҡайҙан алаһығыҙҙыр? Беҙ биш йыл да тороп өлгөрмәнек, кистәрен бергә ултырып фильм да ҡарай алмайбыҙ. Йә ул әүен баҙарына китә, йә минең күҙҙәр йомола башлай...
– Минең кәләш һинең кеүек түгел бит.
– Шулайҙыр шул. Минең һымаҡ ялҡау булһа, һин дә өйөңдә генә ултырыр инең, моғайын. – Икебеҙҙе сағыштырыуының сәбәбенә төшөнөп етә алмаһам да, һүҙҙе шаяртыуға борҙом.
– Һине ялҡау тиергә тел әйләнмәҫ ине. Донъя көтәм тип, тырышып-тырмашып йәшәгән кеше булғанға ғына әйтәм. Ә Оксана... Һин һорама, мин әйтмәйем, тигәндәй. Ҡайһы саҡ мине ҡайһы ере менән ҡарата алғанына ла аптырап китәм.
– Һеҙҙе берәү ҙә көсләп өйләндермәй... Арттан йүгерәләр-йүгерәләр ҙә, аҙаҡ был уҫал бисәләр ҡайҙан барлыҡҡа килә икән, тип аптырайҙарсы! – Кәләшенә зарланып, мәүешләнеп торған ир заттарын күрһәм, енем ҡотора ла китә. Был юлы ла туҙына башларға сәбәпте класташым үҙе бирҙе.
– Зарланмайым да. Тик нисектер минең кеше түгел һымаҡ.
– Һеҙҙе берәү ҙә көсләп өйләндермәй, тип әйтеп торам бит. “Барам тигән – бара алмай, алам тигән – алмай ҡалмай” тигән мәҡәлде лә ишеткәнең барҙыр.
– Шулайын шулай ҙа. Әммә хистәр ҙә ҡайһы саҡта һуңлап уяна, йә үҙең мәлендә тота һалып ҡына ҡарар ҡабул итә алмай ҡалаһың...
Йырҙа йырланғанса: “Һәр кемдә лә бер үкенес була торғандыр инде”. Оксана менән танышҡансы Айнурҙың беҙҙең ауылдан үҙенән өс-дүрт йәшкә бәләкәй ҡыҙ менән дуҫлашҡанын ишетеп ҡалғайным. Егет башта ҡыҙға ҡарата тойғолары барлығын һиҙмәй ҙә. Ваҡыт уҙғарыр, йәйге кистәрҙе яңғыҙы үткәрмәҫ өсөн генә Зәлифә менән осраша башлай. Тегеһе иһә башкөллө ғашиҡ була. Юғары уҡыу йортона документтар тапшырып, әле тегендә, әле бында сапҡан ҡыҙ, бер ваҡыт Өфөнән көнөнә бер тапҡыр ғына йөрөгән автобусҡа һуңлағас, ауылдың иң ғәйбәтсе бисәләренән дә аламараҡ, булмағанды булды тип, берҙе биш итеп арттырып һөйләргә яратыусы Саматҡа ултырып ҡайта. Тегеһенең һуңынан егеттәр алдында Айнурға ҡарап: “Ҡыҙ тигәнең шәп икән!” – тип мут йылмайып күҙ ҡыҫыуы етә ҡала. Зәлифә менән аңлашып та тормаҫтан, вахтаға китер көндәре етер-етмәҫтән, сығып китә.
Алдын-артын уйлап тормайынса, кеше һүҙенән сыға белмәгән ҡыҙҙың әсәһе Саматтың һөйләнеүҙәренән, Айнурҙың ҡапыл сығып китеүенән һуң уны кейәүгә бирергә әҙерләнә башлай. Юғары уҡыу йортона инергә балдары етмәйенсә аңҡы-тиңке йөрөгән Зәлифәне күрше ауылдан бер мәүеш кенә, кеше араһына сыҡмаған егеткә йәрәштереп тә ҡуялар.
Егеттең ата-әсәһе килеп никах, туй көндәрен билдәләп ҡайтҡас, Зәлифә Айнурға шылтыратып хәлдәрен һөйләп илай, уның янына ҡайтыуын һорай. Әммә тәкәбберлеге, мин-минлеге үҙенән алда йөрөгән егет уны тыңларға ла теләмәй. Хәйер, ул ваҡытта уны яратыуын үҙе лә, бәлки, аңлай алмағандыр.
Бер йылдан ашыу ваҡыт үткәс, ҡулында йәш кенә сабыйы менән Зәлифәне осрата Айнур. Балалыҡтан тулыһынса сығып, йөҙөнә, һын-ҡиәфәтенә йәш ҡатын-ҡыҙ мөләйемлеге ҡунған йәш әсәнең уйсан ҡараштары менән осрашҡас, ғүмере буйы көткән кеше ул икәнлеген күңеле, бөтә күҙәнәге менән аңлай ҙа ул, араларҙа кеше яҙмыштары ята...
“Оксананың бер ваҡытта ла бойоғоу белмәҫ, еңелсә генә елтәкәй холҡо үҙенә ҡаратҡандыр. Үҙен ҡарап, гелән биҙәнеп, матур итеп кейенеп йөрөүе лә тәтәйгә әүрәгән балалай мине әүрәткәндер. Беҙ бит, ирҙәр, башта күҙ менән яратабыҙ. Әммә матур итеп биҙәлгән торт та тәүҙә үҙенә тартып тора ла, һуңынан бүктерә. Минең кәләш менән дә шулайыраҡ булды. Ә ул уға ҡарата тойғоларым юҡ икәнлеген аңлаған, һиҙгән һайын үҙен ҡарай, беҙҙең бәхетле ғаилә икәнде күрһәтер, кемделер ышандырыр өсөн икебеҙ төшкән фотоларҙы ҡуя, әллә ҡайҙан мөхәббәт тураһында шиғырҙар, цитаталар таба...”.
Айнурҙың һөйләгәндәренән һуң, ҡайһы осраҡта беҙҙең үҙ күҙҙәребеҙ менән күргәндәребеҙ ҙә алдаҡ булып сығыуы тураһында аңланым. Һәр бәхетле ғаилә бер иш бәхетле, бәхетһеҙҙәренең генә яҙмыштары төрлөсә, тип тә юҡҡа ғына әйтмәйҙәрҙер. Аҙым һайын ҡосаҡлашып, үбешеп төшкән фотоларҙа ла боҙ һалҡынлығы ятыуы ихтимал икән.
Класташымды оҙатырға сыҡҡанда ай яңы ғына ҡалҡып, йондоҙҙар күптән беҙгә күҙ ҡыҫышып йәшенмәк уйнай башлағандар ине. Мөхәббәт өсмөйөшө тарихын тыңлаған минең күңел дә әллә ҡайҙарға елкенә башлаған кеүек тойолдо һәм был мәғәнәһеҙ йөрәкһеүҙе көсләп баҫырға тырышһам да, башта төрлө уйҙар ҡайнаша ине.
Шулай һирәк-һаяҡ иҫкә төшөп, үҙен белгертергә маташҡан элекке тойғолар менән йәшәү дөрөҫмө икән? Йә икенсе берәү менән булһам бәхетлерәк йәшәр инем, тигән үкенеүҙәр кеше тормошонда кәрәкме лә, алыҫтағы йондоҙ яҡтыһына йылынып буламы? Никах менән үлем күктә ярала бит, һәр кем үҙ тиңенә тура килгәне менән ғаилә ҡора.
...Шулай ҙа, күңел түрендә йөрөгән, берәү ҙә белмәгән хистәремдең хужаһы ла ошолай кемгәлер үкенесе итеп һөйләп ултырыуын мин дә теләр инем, тип хыялдарға бирелеп торғанда, сәтәкәй бармағыма йәбешкән ҡыҙым ҡулымдан тартып ысынбарлыҡҡа ҡайтара ине.
Сулпан ВИЛДАНОВА.
Читайте нас: