Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Апрель 2020, 22:00

Бөҙрәханалар асылырмы?

Башҡортостанда бөҙрәханалар һәм оптика салондары асыла. Был хаҡта 13 апрелдәге кәңәшмәлә хөкүмәт премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров хәбәр итте.

Башҡортостанда бөҙрәханалар һәм оптика салондары асыла. Был хаҡта 13 апрелдәге кәңәшмәлә хөкүмәт премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров хәбәр итте. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров бөгөн үҙ ишектәрен асырға тейешле ойошмалар исемлеген ентекле өйрәнергә һәм санитар-эпидемиологик нормаларҙы теүәл үтәгәндә генә эшләргә рөхсәт бирергә ҡушты. «Ҡағиҙәләрҙе боҙған предприятиелар ябыла. Төп шарт – эштә битлектәр, бирсәткәләр ҡулланыу, дезинфекция үткәреү, дистанцияны тотоу. Уҙған аҙнала ломбардтарҙа тишереүҙәр уҙғарылды, ҡайһы берҙәрендә нормаларҙы боҙоуҙар асыҡланды, шуға улар ябылды. Шулай уҡ бер нисә аҙыҡ-түлек магазины етешһеҙлектәр бөтөрөлгәнсе ябылды», — тине Андрей Назаров. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, үткән аҙнала 974 предприятие ғәмәлдәге үҙизоляция режимында эш башланы. Розалиә Вәлиева. (""Башинформ").
Фото: obrazilla.ru
Читайте нас: