Яйыҡ
-20 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Апрель 2020, 16:05

Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант тәүге тапҡыр онлайн уҙғарыла

25 апрелдә «Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант— 2020» акцияһы уҙғарыла. Ул тәүгә онлайн-форматта ойошторола.

25 апрелдә «Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант— 2020» акцияһы уҙғарыла. Ул тәүгә онлайн-форматта ойошторола.
Акцияла ҡатнашыу өсөн алдан акцияның сайтында теркәлергә кәрәк.
25 апрелдә иртәнге сәғәт 11-ҙә (Өфө ваҡыты буйынса) Башҡортостан юлдаш телеканалында, «Бәйләнештә», Instagram социаль селтәрҙәрендә, YouTube видеохостингында тура трансляция башлана:
— сәғәт 11-ҙән 12-се 25 минутҡа тиклем – башҡорт телен яңы өйрәнә башлаған ҡатнашыусылар өсөн;
— 12-се 30 минуттан 12 тула 5 минутҡа тиклем — башҡорт телендә иркен аралашҡан ҡатнашыусылар өсөн;
— сәғәт 12-нән 1-се 20 минутҡа ҡәҙәр – башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙған ҡатнашыусылар өсөн.
Диктанттың темаһын һәм тексын ойоштороусылар билдәләй.
Диктантты уҡып яҙҙырыусылар:
— Заһир Зәйнетдинов (мультиинструменталист, шоумен) — башҡорт телен яңы өйрәнә башлаған ҡатнашыусылар өсөн;
— Флүрә Мурзина («Хәбәрҙәр»ҙе алып барыусы) — башҡорт телендә иркен аралашҡан ҡатнашыусылар өсөн;
— Марсель Сәлимов (яҙыусы-сатирик, шағир, публицист, тәржемәсе) – башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында диктант яҙырға теләгәндәр өсөн.
Акцияла ҡатнашыусы һәр кемдең диктантты өйҙә үҙ аллы яҙыу мөмкинлеге бар. Тамамланғас, диктант яҙған ҡағыҙҙы фотоға төшөрөп, акцияның сайтында шәхси кабинет аша ебәрергә кәрәк.
Бындай мөмкинлек юҡ икән, эштәрҙе 2020 йылдың 26 апреленә төнгө 12 тула 1 минутҡа тиклем [email protected] электрон почтаһына йәки Whatsapp мессенджерының +7 (927) 950-02 -66 һандарына ебәрергә мөмкин. Диктантты онлайн режимында яҙыу мөмкинлеге булмаған осраҡта, тура эфирҙың видеоһын рәсми сайтта 2020 йылдың 26 апреленә төнгө 12 тула 1 минутҡа тиклем (Өфө ваҡыты) ҡарарға була.
Бөтә ҡатнашыусыларға сайтта шәхси кабинеттарҙа йәки электрон почта аша диктантта ҡатнашыу тураһында электрон сертификаттар ебәрелә. Акцияның рәсми йомғаҡтары 30 көн эсендә акцияның сайтына ҡуйыла.
Ойоштороусылар – Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы.
http://www.bashinform.ru/news/1437802-mezhdunarodnyy-diktant-po-bashkirskomu-yazyku-vpervye-proydet-onlayn/
Читайте нас в