Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Апрель 2020, 16:45

Үгәй атаһына йыртҡыстарса ташланып...

Был аяныслы ваҡиға Йылайыр районында теркәлгән.Бер ҡатын урындағы полиция бүлегенә иренең ауыр яраланғаны тураһында ғариза менән мөрәжәғәт итә. Зыян күреүсене тиҙ арала дауаханаға оҙаталар. Табиптар ирҙең муйын тирәһе яраланғанын дәлилләй. Был турала Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте белдерә.

Был аяныслы ваҡиға Йылайыр районында теркәлгән.
Бер ҡатын урындағы полиция бүлегенә иренең ауыр яраланғаны тураһында ғариза менән мөрәжәғәт итә. Зыян күреүсене тиҙ арала дауаханаға оҙаталар. Табиптар ирҙең муйын тирәһе яраланғанын дәлилләй. Был турала Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте белдерә.
Тәфтишселәр асыҡлауынса, үгәй атаһы менән улы йортта иҫерткес эсемлектәр ҡуллана. Быға тиклем дә икеһе араһында йыш ҡына ғауға сыҡҡан, үҙ-ара аңлашылмаусанлыҡтар йыш булған. Был көндә лә ғауға сыға, һүҙ көрәше һуғышҡа әүерелә. Быға тиклем дә кеше үлтереп яуаплылыҡҡа тарттырылған 27 йәшлек ир үгәй атаһына йыртҡыстарса ташлана,өҫтәлдәге сәнскене алып, муйынына бер нисә тапҡыр сәнсә. Шайтан һыуынан ҡыҙған йәш кеше бының менән генә туҡталмай: ҡорбанына тағы бысаҡ ҡаҙай.
Ваҡиға буйынса әле тәфтишселәр енәйәт эше ҡуҙғатҡан, ғәйепләнеүсе ҡулға алынған. 27 йәшлек ир үҙ ғәйебен тулыһынса таныған. Ҡазаланған ир дауаханала.
Фото: Medrussia.org
Автор: Самат Ғәлин
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/g-y-ata-ina-yirt-istarsa-tashlanip-214303/
Читайте нас в