Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Апрель 2020, 16:45

Күңелеңә ғәйеп тойғоһо йә асыу йыйылһа...

Ваҡытлыса кисергән уңышһыҙлыҡтар һеҙҙе бер үк сафтан сығармаһын, уның өсөн артыҡ көйәләнмәгеҙ, киреһенсә, һабаҡ алып, киләсәктә шул уҡ "тырма"ға баҫмаҫҡа тырышыуҙы хәстәрләргә кәрәк.Ауырып китһәгеҙ, һис төшөнкөлөккә, ауыр уйҙарға бирелмәгеҙ, ул халәтте ваҡытлыса күренеш тип ҡабул итергә, кәйефте яҡшыға көйләргә кәрәк.Өйҙә, эш урынында йыйылған артыҡ әйберҙәрҙән ваҡытында ҡотолоп тороу хәйерле. Эргә-тирәлә сүп-сар юҡ икән, баштағы уйҙар ҙа тәртипкә һалына.

Һәр кем тормошон яҡшыртыу буйынса үҙ-үҙенә ярҙам итә ала, ти психологтар, тик бының өсөн күңелеңде аңлай, уны тыңлай белергә генә кәрәк. Шул уҡ мәлдә был өлкәлә тәжрибәле ғилем эйәләренең өйрәткәндәрен дә инҡар итергә ярамай. Түбәндәге кәңәштәр күптәргә таныштыр ҙа ул, тик уны һынап ҡараусылар күпме икән? Әйҙәгеҙ, бер көндә ошоларҙы үтәп, тәжрибә үткәреп ҡарайыҡ.
Тирә-яҡтағыларҙы ла солғап алып йылытырлыҡ шатлыҡ, нур бөркөп торған кешеләрҙе күргәнегеҙ бармы? Ундайҙар янында бөтәһенә лә уңайлы, шулай бит? Һеҙ ҙә быны булдыра алаһығыҙ. Әгәр яҡындарығыҙ матди ярҙамға мохтаж икән, мөмкинлегегеҙгә ҡарап, ярҙам итеп тә ебәрһәгеҙ, бигерәк яҡшы.
Тормош юлын лайыҡлы үтергә ярҙам иткән аныҡ маҡсаттар билдәләп, шуға ынтылып йәшәү - бәхеткә илткән юл ул.Кире мәғлүмәт еткереүселәрҙән, насар хис-тойғоларын сәсеүселәрҙән йыраҡ тороғоҙ. Үҙегеҙҙе изге күңелле һәм уңышлы кешеләр менән уратығыҙ.
Иртән уянғас, ҡапыл һикереп торорға ярамай, киреһенсә, уятҡысығыҙҙа талғын матур көй яңғыраһын, үҙегеҙ урында ята биреп, яҡшы, файҙалы эштәргә көйләнегеҙ. Бының өсөн күп ваҡыт та кәрәкмәй.
Ваҡытлыса кисергән уңышһыҙлыҡтар һеҙҙе бер үк сафтан сығармаһын, уның өсөн артыҡ көйәләнмәгеҙ, киреһенсә, һабаҡ алып, киләсәктә шул уҡ "тырма"ға баҫмаҫҡа тырышыуҙы хәстәрләргә кәрәк.
Ауырып китһәгеҙ, һис төшөнкөлөккә, ауыр уйҙарға бирелмәгеҙ, ул халәтте ваҡытлыса күренеш тип ҡабул итергә, кәйефте яҡшыға көйләргә кәрәк.
Өйҙә, эш урынында йыйылған артыҡ әйберҙәрҙән ваҡытында ҡотолоп тороу хәйерле. Эргә-тирәлә сүп-сар юҡ икән, баштағы уйҙар ҙа тәртипкә һалына.
Бер ваҡытта ла нимәнелер эшләй алмайым тип һыр биреү ярамаҫ. Улай иткәндә, үҙ көсөгөҙгә ышаныс юғала. Ысынлап та ҡулығыҙҙан килмәй икән, "эшләргә теләмәйем" тип әйтегеҙ һәм быға үҙегеҙҙе лә ышандырығыҙ.
Ваҡыты-ваҡыты менән уңыштарығыҙ, еңеүҙәрегеҙ тураһында иҫләп алығыҙ, тик өлгәшелгәндәрҙә генә туҡталып ҡалмай, артабан шул юҫыҡта дауам итеү зарур.
Асыуҙы эстә баҫып ҡалдырырға ярамай, ул мотлаҡ тышҡа сығырға тейеш. Әлбиттә, кире-хис тойғонан яҡындарығыҙ, хеҙмәттәштәрегеҙ ғазап сигергә тейеш түгел, ярһыуҙы уларға төшөрмәй, физик эш менән сығарыу яҡшы, мәҫәлән, өй йыйыштырыу һ.б.
Саф һауа, физик күнегеүҙәр, дөрөҫ туҡланыу, мәлендә ял итеү ҙә организм өсөн бик мөһим.
Үҙегеҙҙең генә шәхси биләмәгеҙҙең бөтөнлөгө тураһында ҡайғыртмағыҙ, тирә-яҡтағыларҙыҡын да боҙмаҫҡа, уның сиктәрен емереп инмәҫкә өйрәнегеҙ.
Ғәйеп тойғоһо кисерәһегеҙ икән, бер ҡасан да ғәфү үтенергә тартынмағыҙ, әгәр был ниндәйҙер сәбәптәр менән мөмкин түгел икән, үҙегеҙҙе үҙегеҙ ярлыҡағыҙ.
Нисек кенә ҡыйын булмаһын, насарлыҡ тураһында оноторға тырышырға, ә яҡшылыҡты, киреһенсә, һәр ваҡыт хәтерҙә тоторға кәрәк. Иң мөһиме - кеше үҙен уңышҡа өлгәшергә, изгелек өләшергә көйләргә тейеш. Шул ваҡытта бөтәһе лә яҡшы буласаҡ, ти белгестәр.
Фото: interesnyi-top.ru
Автор: Аклима Гизатуллина
Читайте нас: