Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Апрель 2020, 17:35

Коронавирус менән сирләүселәр 100-ҙән ашты

Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмә ваҡытында республиканың Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин яңы мәғлүмәттәр еткерҙе. Шулай итеп республикала коронавирус инфекцияһы менән сирлеләр һаны артты һәм 107-гә етте. Бер кеше һауығып сыҡҡан.

Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмә ваҡытында республиканың Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин яңы мәғлүмәттәр еткерҙе. Шулай итеп республикала коронавирус инфекцияһы менән сирлеләр һаны артты һәм 107-гә етте. Бер кеше һауығып сыҡҡан.
– Бөгөнгө көнгә ҡарата ОРВИ симптомдары менән коронавирус инфекцияһы буйынса хәүефле төбәктәрҙән килгән 262 кеше дауаханаларҙа ята, уларҙың 11-е – балалар. Үҙизоляция режимында беренсел медицина ойошмалары табиптары күҙәтеүе аҫтында – 6 491 кеше. Өфө һәм Өфө районы обсерваторында биш кеше. 18-се ҡала дауаханаһы госпиталендә 60 кеше дауалана, – тине Максим Забелин.
Министр белдереүенсә, көн һайын киҫкен респиратор инфекциялары, дауахананан тыш пневмония, ашығыс ярҙам саҡыртыу осраҡтары буйынса күҙәтеү алып барыла.
– Республикала коронавирустан бер кеше һәләк булды. Эйе, уға 67 йәш, уның хроник сирҙәре күп булған. Тик һәр кеше өсөн көрәшергә кәрәк, – тине Радий Хәбиров. – Мин ауыр икәнлеген аңлайым. Министр белдереүенсә, бер нисә пациент бик ауыр хәлдә. Тағы бер тапҡыр әйтәм, һәр кем өсөн көрәшегеҙ.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирус менән хәлгә арнап медицина штабы булдырырға тәҡдим итте.
– Ҡыуатов дауаханаһы менән хәлгә ҡарап өйрәндегеҙме, Максим Васильевич? Бөгөн республика клиник дауаханаһы ҙур проблема тыуҙыра. Бынан тыш күпме табиптар эштән төшөп ҡала. Ул тиклем табиптарҙы ҡайҙан табабыҙ? – тине Радий Фәрит улы. – Медицина штабы булдырырға һәм уны “Һаулыҡ сәғәте” кеүек алыҫтан тороп үткәрергә тәҡдим итәм. Унда инфекция дауаханалары, ҡайҙа карантин булдырылған, шул дауахана баш табиптарын саҡырыр кәрәк. Мин мәғлүмәтте беренсе кешеләрҙән ишетергә тейешмен.
Был штаб ултырыштарында баш табиптар хәлде һөйләйәсәк, нимәләр етмәүе, ниндәй ҡорамалдар кәрәк булыуын әйтәсәк, пациенттар һәм хеҙмәткәрҙәрҙең һаулығы тураһында мәғлүмәт бирәсәк. Был ултырыштар йә шишәмбе, йә йома үткәреләсәк.
Фото: ntv.ru
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: