Өфөлә йәшәгән 44 йәшлек граждан “Ҙур күләмдә урлашыу” статьяһы буйынса ғәйепле тип танылды.
Республика прокуратураһы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, баш ҡалала яңғыҙ йәшәгән 55 йәшлек ир вафат була. Мәрхүмдең танышы, ерләүҙе ойоштороу һәм туғандарына шылтыратып хәбәр итеү һылтауы менән, яҡындарынан уның банк картаһын һәм кеҫә телефонын һорап ала.
“Мобиль банк” ҡушымтаһы аша мут ир мәрхүмдең иҫәбенә инә һәм бөтә аҡсаны банк картаһына күсерә. Һуңынан банкомат аша аҡсаны ҡулаҡсаға күсереп, магазиндарҙан кәрәкле әйберҙәр һатып ала.
Шулай, 1,7 миллион һум аҡсаны үҙләштерә.
Мәрхүмдең туғандары мираҫ мәсьәләләре менән шөғөлләнә башлағас, мутлашыу асыҡлана.
Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә “байыған” ир, ғүмеренең байтаҡ өлөшөн төрмәлә уҙғарасаҡ.