Башҡортостанда юлдарҙы ваҡытынан алда ремонтлай башланылар. “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектына ярашлы, республикала быйыл 303,09 саҡрым араны ипкә килтереү планлаштырыла. Эштәр төп 107 объектта атҡарылыр тип күҙаллана.
Асфальт һәм бетон юлдарҙан тыш, милли проект һөҙөмтәһендә республикала 248 юл билдәһе, 1200 метр майҙанда йәйәүлеләр өсөн ҡоймалар, 23 светофор объекты ҡуйыласаҡ. 12,33 саҡрым араға капиталь ремонт яһау, 2,96 километрҙа үҙгәртеп ҡороу эштәре башҡарыу, дөйөм оҙонлоғо 1,839 саҡрымлыҡ яңы юлдар эшләү ҡаралған. Тағы өс автоматик үлсәү контроле пункты ҡуйыласаҡ. Өҫтәүенә фото- һәм видеотеркәү камералары артасаҡ.
Был маҡсаттарға барлығы 7 324,7 миллион һум йүнәлтеү ҡаралған. Уларҙың 2 223 миллион һумы федераль бюджеттан финансланасаҡ. 2020 йылда ете муниципалитетта – Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат ҡалаларында, Иглин, Ишембай, Стәрлетамаҡ, Өфө райондарында милли проект бурыстары тормошҡа ашырыла.
"Быйыл “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты объекттарында эш ғәҙәттәгенән ике-өс аҙна алдараҡ башланды, – тип белдерҙе Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Алан Марзаев. – Бөгөн подрядсылар 107 объекттан 17-енә сыҡты. Быға уңайлы тәбиғәт шарттары ғына түгел, конкурс процедураларын ваҡытында үткәреү ҙә булышлыҡ итте".
Айырым алғанда, Өфө – Шишмә автомобиль юлының Шишмә районындағы 26,4 - 27,9-сы участкаһында иҫке япма фрезер менән эшкәртелгән һәм тигеҙләтелә, аҙаҡ өҫкө өлөшө ваҡланған таш һәм мастика, асфальт, бетон түшәлә. Бынан тыш, юл сиктәре лә нығытыласаҡ, тейешле билдәләр ҡуйыласаҡ. Эштәр тамамланғас, термопластик ярҙамында юл тамғалары һыҙыласаҡ. Өфө – Шишмә юлындағы ремонт участкаһын файҙаланыуға тапшырыуҙың яҡынса ваҡыты – 1 июнь.
Муниципаль-ара тәғәйенләнешле Стәрлетамаҡ – Салауат юлының бер өлөшө ҡайнар асфальт-бетон менән тигеҙләнә. Урында йәшәүселәрҙең һорауы буйынса “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” программаһына индерелгән автоюл участкаһының оҙонлоғо – өс километр. Бындағы эштәр июнь аҙағында тамамланыр тип көтөлә.
Быйыл милли проектҡа ярашлы тәүгеләрҙән булып ремонт яһалған урындарҙың береһе – баш ҡалалағы Левитан урамы. Өфөнөң Дим биҫтәһендәге Таллин урамынан Яңы Рәсәй урамына тиклемге өлөш тә (920 метр) йүнәтелә. Бынан тыш, баш ҡаланың Воровский урамы яғындағы Ағиҙел аша күпер, Валерий Лесунов урамы һәм Баландин бульвары төҙөлөштәре, Мостай Кәрим урамындағы капиталь ремонт, Комсомол, 8 Март урамдарын үҙгәртеп ҡороу дауам итә.
30 майға тиклем Иглин ауылындағы Горький урамында ремонт эштәре тамамланасаҡ. 2,5 километр оҙонлоҡтағы участканы яңыртыу ике туҡталыш павильоны менән бергә комплекслы алып барыласаҡ, юл билдәләре ҡуйыласаҡ, йәйәүлеләр өсөн металдан ҡоймалар эшләнәсәк.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: республика Хөкүмәте сайты.