Яйыҡ
-2 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Апрель 2020, 16:25

Радик Юлъяҡшин кемде илатҡан?

Ошо көндәрҙә йырсы иртән, студияһында ултырғанда, ул тура эфирға сыҡҡан."Барығыҙға ла хәйерле иртә! Йоҡламайым. Ниңәлер режимым боҙолдо", — тип һөйләй йырсы.

Ошо көндәрҙә йырсы иртән, студияһында ултырғанда, ул тура эфирға сыҡҡан.
"Барығыҙға ла хәйерле иртә! Йоҡламайым. Ниңәлер режимым боҙолдо", — тип һөйләй йырсы.
Эфирға мәктәп уҡыусыһы Сабина ҡушыла. Ҡыҙ бер-ике минут һүҙ ҙә әйтә алмай, йөҙөн ҡаплап, үҙенең кумиры менән бәйләнешкә инә алыуына шатланып илап ебәрә.
"Мин бер ҡасан да иртән тура эфирға сыҡмай инем. Беренсе булып һин эләктең. Иртә тораһың икән", — тип йырсы ҡыҙҙы төрлө һүҙҙәр менән тынысландырырға тырыша.
Сабина үҙаллы изоляция ваҡытында күңелһеҙ булыуы, йырсының эфирына эләгергә күптән хыялланғаны тураһында һөйләй. Оҙаҡ аралашалар. Хушлашҡанда йырсы уҡыусыға ныҡлы сәләмәтлек, уҡыуында уңыштар теләй. Бына шулай, өйҙә ултырған ваҡытта ла төрлө быуын вәкилдәре менән аралашыуын, уларҙы һөйөндөрөүен, күңелдәрен күтәреүен дауам итә сәхнә оҫталары. Ошондай ауыр ваҡытта ла бергә булайыҡ!
Фото: Online-news.ru
Автор: Самат Ғәлин
Читайте нас: