Рәсәй Президенты Указына ярашлы, әсәлек капиталына хоҡуғы булған һәр ғаилә апрелдән июнгә тиклем бишәр мең һум аҡса аласаҡ. Был аҡса өс йәшкә тиклемге балалар өсөн биреләсәк.
Түләү ағымдағы йылдың 1 июленә тиклем әсәлек капиталына хоҡуҡ алған ғаиләләргә биреләсәк, шул иҫәптән капитал тулыһынса тотонолған осраҡта ла.
Ғаиләләргә киҫкен эпидемиологик хәл арҡаһында бирелгән был өҫтәмә финанс ярҙамы федераль бюджеттан түләнә, ул әсәлек капиталын кәметмәй һәм ғаилә башҡа социаль ярҙамға дәғүә иткәндә иҫәпләнмәй.
Рәсәй Пенсия фонды Идаралығы рәйесе Максим Топилин белдереүенсә, фондтың территориаль органдары мөмкинлек булһа, ғаиләләргә түләү тураһында шәхси мәғлүмәт бирәсәк. “Өс йәшкә тиклемге балалар өсөн ярҙамды 2,3 миллион самаһы ғаилә аласаҡ. Процесты еңелләштереү өсөн төбәктәрҙәге бүлексәләр сертификат хужаларына бар көсөн һалып мәғлүмәт бирәсәк”, - ти ул.
Хоҡуҡтары булған ғаиләләргә уны алыу өсөн алты ай ваҡыт бар. Пенсия фонды ғаризаларҙы 1 октябргә тиклем ҡабул итәсәк һәм өс ай өсөн бер юлы түләйәсәк.
Аҡсаны алыу өсөн es.pfrf.ru порталында шәхси кабинетта йәки gosuslugi.ru порталында ғариза биреү етә. Сертификат хужаһына башҡа бер ниндәй ҙә документ биреү кәрәк түгел, Пенсия фонды бар мәғлүмәтте үҙе табасаҡ. Ғаризалар шулай уҡ территориаль идаралыҡтарҙа һәм Пенсия фондының клиент хеҙмәттәрендә ҡабул ителә.
Шуныһын хәтерҙә тотоғоҙ, коронавирус инфекцияһы таралыу ҡурҡынысы шарттарында Пенсия фондына тик алдан яҙылып ҡына мөрәжәғәт итергә мөмкин.
Ниндәй ғаиләләр ярҙамға дәғүә итә ала? Бына бер нисә өлгө.
Ғаиләлә ике бала: беренсеһенә ике йәш, икенсеһе 2020 йылдың ғинуарында тыуған. Түләүҙе алыуға ғариза апрелдә бирелгән. Ғаилә ай һайын апрелдән июнгә тиклем һәр балаһына бишәр мең һум аласаҡ. Дөйөм алғанда 30 мең һум аласаҡтар.
Ғаиләлә шулай уҡ ике бала, өлкәненә ике йәш, бәләкәйе 2020 йылдың ғинуарында тыуған. Ғариза сентябрҙә бирелгән. Ғаилә был осраҡта бер юлы сентябрҙә 30 мең һум аҡса аласаҡ.
Ғаиләлә өс бала: бәләкәстәре 2020 йылдың ғинуарында тыуған, өлкәненә майҙа өс йәш тула. Ғариза апрелдә бирелгән. Апрель һәм майҙа ғаилә өс бала өсөн 15 мең һум аласаҡ, июндә – 10 мең һум. Өс йәше тулған бала өсөн түләү туҡтатыласаҡ. Бөтәһе өс айҙа 40 мең һум.
Ғаиләлә 2020 йылдың майында тыуған бер бала бар. Ғариза августа бирелгән. Ғаилә августа бер тапҡыр 10 мең һум аласаҡ: майҙан алып һәр ай өсөн 5-әр мең һум.