Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Апрель 2020, 17:30

Выждан ғазабы

Илдар моңһоуланып көҙ айҙарына хас булған киске тәбиғәтте күҙәтә. Күрше йорттоң асыҡ тәҙрәһенән ишетелеп ҡалған дәртле көй ҙә, ҡаршылағы эскәмйә көлөшә-көлөшә һүҙ сурытыусы ҡатындар ҙа, баҡса янында дуҫтарса шаярышҡан эт менән бесәй ҙә кәйефен күтәрмәне уның. Дауаханала үлем менән көрәшеп ятҡан атаһы хаҡындағы уйҙар тынғы бирмәй егеткә. Эйе, хәле ысын лап та йөрәкте әрнетерлек шул. Яңы ғына алтмышты аша атлап үткән ир-уҙаман үлем түшәгендә ятһын әле… “Яҙмыштан уҙмыш юҡ” тигәндәре хаҡтыр күрәһең.

Илдар моңһоуланып көҙ айҙарына хас булған киске тәбиғәтте күҙәтә. Күрше йорттоң асыҡ тәҙрәһенән ишетелеп ҡалған дәртле көй ҙә, ҡаршылағы эскәмйә көлөшә-көлөшә һүҙ сурытыусы ҡатындар ҙа, баҡса янында дуҫтарса шаярышҡан эт менән бесәй ҙә кәйефен күтәрмәне уның. Дауаханала үлем менән көрәшеп ятҡан атаһы хаҡындағы уйҙар тынғы бирмәй егеткә. Эйе, хәле ысын лап та йөрәкте әрнетерлек шул. Яңы ғына алтмышты аша атлап үткән ир-уҙаман үлем түшәгендә ятһын әле… “Яҙмыштан уҙмыш юҡ” тигәндәре хаҡтыр күрәһең.
Шул мәлдә Илдар янына оло йәштәге ир килеп баҫты. Кәүҙәһе алға эйелә төшкән, башына фуражка, өҫтөнә иҫке генә һоро костюм кейгән. Фуражка аҫтынан тырпайып сығып торған аҡ сәстәренә һәм йыйырсыҡтар менән сыбарланған йөҙөнә ҡарағанда, уға етмеште бирергә була. Ҡарттың төҫһөҙләнеп бөткән күҙҙәре егеткә текәлгән. Танырға теләүе ахыры. Илдар ҙа уға төбәлде. Әммә сырамыта алманы. Был кешене бер ҡасан да күргәне юҡ ине… Сәйер тынлыҡты ҡарт үҙе боҙҙо:
- Һин, ҡустым, Сәлимов Шәһиттең улы түгелме? – тип һораны ул.
- Эйе… – тип яуапланы Илдар һәм уға тағы ла ныҡлабыраҡ текләне.
- Тураһын һорағанға ғәфү ит, ҡустым, атайың бик ауыр хәлдә, көндәре лә һанаулы ҡалған, тип ишеткәйнем. Дөрөҫмө был хәбәр?
- Шулайыраҡ шул… – Тураһын әйтте егет, сөнки атаһының үлемесле сир менән яфаланыуын бөтә ауыл тиерлек белә. – Бына әле генә уның янынан ҡайтып торам. Ә һеҙ кем булаһығыҙ һуң? – тип уға ҡаршы һорау бирҙе Илдар. Ҡарт, әйтерһең, уның һорауын ишетмәне:
- Йәл, бигерәк йәл, ул бит минән йәшерәк. Яңылышмаһам, әллә дүрт, әллә биш йәшкә, – тип һөйләнә-һөйләнә тәмәкеһен тоҡандырып егет янына килеп ултырҙы ла: “Атайыңдың элекке танышы – Сергей Улин булам”, – тип һүҙен дауам итте ҡарт. Унан һуң ҡуйы тәмәке төтөнөн аҫҡа ҡарай өрҙө лә, “йә, иҫеңә төштөмө инде”, тигәндәй әңгәмәсеһенә ҡараны. “Әлләсе” тигән яуапты ишеткәс:
- Ишеткәнем юҡ, тимәксеһеңме? – ул егеткә аптыраулы ҡараш ташланы ла үпкәле тауыш менән: “Йәштәр мине белеп етмәйҙәр шул. Оло быуын кешеләре таныр ине”, - тип ҡуйҙы.
Артабан һүҙ ялғанманы. Тынлыҡ урынлашты, ҡарттың әленән-әле ауыр итеп тын алыуы ғына ишетелеп ҡала. Үпкәһе менән яфалана, ахыры, тип уйлап алды Илдар. Шул саҡ ҡарттың йөҙө ҡапыл яҡтырып киткәндәй булды. Ул егеткә табан боролдо ла ҡәтғи тауыш менән һорап ҡуйҙы:
- Ней, ҡустым, исемең кем әле?
- Илдар.
- Илдар, миңә күрше булып йәшәй башлауығыҙ хаҡында ишеткәйнем. Шул көндө үк һеҙҙең менән танышып, һөйләшергә теләгәйнем… Әммә ҡыйыулығым етмәне. Бөгөн бының өсөн уңайлы мәл, минеңсә. Ваҡытың булһа, әйҙә, өйгә инеп һөйләшеп ултырайыҡ, әҙ-мәҙ һыйым да бар.
Егет бөтөнләй аптырап ҡалды: кеше менән таныш та шунда уҡ өйөнә һыйланырға инеп кит, имеш.
- Ҡуйығыҙ әле, ағай, ғаиләгеҙ алдында уңайһыҙ булыр, – тине ул.
- Мин яңғыҙ йәшәйем. Әйҙә, тартынма! Атайың менән бер нисә тапҡыр юлдар киҫешкәйне. Шулар хаҡында һөйләмәксемен. Ә иң мөһиме: уға һинең аша бер үтенесемде еткергем килә.
“Ҡарттың үлем түшәгендә ятҡан атайыма ниндәй үтенесе бар икән?” тип уйлаған Илдар ҡыҙыҡһыныуын еңә алманы. Кеҫә телефоны аша ҡатынына шылтыратып, бер сәғәттән ҡайтасағын хәбәр итте лә, Улинға ҡарап:
- Әйҙәгеҙ һуң, – тип ризалығын белдереп урынынан ҡуҙғалды.
- Бына рәхмәт! – Ҡарт балаларса ҡыуанды. Ҡулы менән, минең арттан бар, тигәнде аңлатып ишараланы ла, нимәлер мығырлай-мығырлай егетте өйөнә алып инеп китте.
...Йортҡа ингәс, ҡарт утты тоҡандырҙы. Шул саҡ һарғайып бөткән стенала яҡтынан ҡурҡышып йүгерешкән тараҡандар күҙгә салынды. Иҙән дә күптәнән йыуылмаған, ахыры. Унда-бында ҡағыҙ киҫәктәре, тәмәке туҙып ята. Хужа кеше ҡунағын түргә саҡырҙы. Ашыҡмай ғына һый әҙерләне: икмәк телде, өҫтәлгә помидор менән тоҙ килтереп ҡуйҙы. Ике стакан ултыртты, унан араҡы сығарып ҡоя башланы.
- Һин, Илдар, үпкәләмә. Яңғыҙ кешенең һыйы ошондайыраҡ була инде ул, – тине ҡарт, стакандарҙы ҡулына алып. – Әйҙә, башта танышыу хөрмәтенә. – Илдар эсеүгә әүәҫ түгел, шулай ҙа хужаны үпкәләтмәйем тип, стаканды ҡулына алып, ҡабаттан өҫтәлгә ҡуйҙы. Шул арала араҡыһын түңкәреп ҡуйырға өлгөргән Улин бер аҙ тын алмай торҙо ла, тәмәкеһен тоҡандырҙы. Ғыжылдай-ғыжылдай йүткереп алғандан һуң һүҙен башлап ебәрҙе:
- Мин, ҡустым, ҡасандыр бик ҙур пост биләнем. Район хужаһы уҡ түгел инем, әммә ҡулымда ҙур ғына власть бар ине. Етәксе булып килештерә белә инем. Ҡаты ҡыланырға яраттым. – Ҡарт бер мәлгә туҡтап ҡалды. Күҙҙәрендә ниндәйҙер сәйер осҡон тоҡанғандай итте. Әллә ҡылған эштәрен барланы, әллә биләгән вазифаһы өсөн эстән генә ғорурлыҡ кисерҙе – Илдар аңлай алманы. Бер минут тирәһе шулай ултырғандан һуң, ҡарт тәмәкеһен өҫтәлдәге көл һауытына ҡаҡты ла, һүҙен дауам итте:
- Эйе, ауылдағы етәкселәр минән айырыуса ныҡ шөрләне. Үҙемә оҡшамағандарын эштән сығарыу өсөн бер генә һүҙем етте. – Ошо урынға еткәс, ҡарт Илдарға туп-тура ҡарап:
- Һинең атайыңды ла эшенән алдырырға тура килде миңә. Хатта ике тапҡыр, эйе, ике тапҡыр… – Улин бер аҙ тын торҙо ла үтенесле тауыш менән дауам итте, – Илдар ҡусты, һиңә был һүҙҙәрҙе ишетеү еңел түгелдер… Битемә төкөргөң килһә – төкөр, һуҡһаң – һуҡ, тик, зинһар, һөйләп бөткәнде көт…
Атаһының директор вазифаһынан бушатылғас, аҙна-ун көн тирәһе бошоноп йөрөгәне иҫендә уның. Шулай ҙа Илдарҙың ҡартҡа һуғыу, йәки төкөрөү түгел, ауыр һүҙ ҙә әйткеһе килмәне.
Ә тегеһе һөйләүен дауам итте:
– Беләһеңме, атайыңды ни өсөн эштән сығарҙым? Һис сәбәпһеҙгә! Бының өсөн бәләкәй генә ғәйеп тә етә ул. Юҡ икән, уны уйлап сығарыуы ҡыйын түгел. Ә атайың ниңә оҡшаманы тиһеңме? Халыҡ араһында абруйы ҙур булғаны өсөн. Үҙ эшенең оҫтаһы ине бит ул. Мөһабәт кәүҙәһе сығырымдан сығарҙы. Уның янында үҙемде бөркөт янында осоп йөрөгән ҡарға һымаҡ тоя инем… – Улин һөйләүенән туҡтап, йәнә стаканға араҡы ҡойҙо. Егеткә “эс” тигәнде аңлатып эйәк ҡаҡты ла үҙ өлөшөн бөтөргәнсе күтәрҙе. Унан йөҙөн йыйырып, бер киҫәк помидорҙы оҙаҡ итеп еҫкәне лә ҡабып ҡуйҙы.
– Власть ул, ҡустым, шундай нәмә, ҡайһы берәүҙәр унда барып ултыра ла, үҙен иң аҡыллы, иң тәжрибәле кеше итеп тоя башлай. Мин дә шундайҙар иҫәбендә инем. Ысын. Кабинет алдында һәр ваҡыт сират була, миңә һәр ваҡыт кешеләр нимәлер һорап мөрәжәғәт итә. Бөтәһенә лә кәрәкмен, минһеҙ йәшәй алмаҫтар һымаҡ ине… Бына шулай үҙемде донъя тотҡаһы тип хис иткәндә, һеҙҙең ауыл халҡының атайыңдың ғына ауыҙына ҡарап тороуы, әлбиттә, миңә оҡшаманы… Хәйер, уның аҡылына күптәр көнләште… – Ҡарт бер аҙ тын торҙо ла, көлөмһөрәп һүҙен дауам итте. – Ҡыҙыҡ бит ул донъя: хәҙер ул урында башҡа берәү ултыра – ә унда һаман да сират! Ә мине бөтөнләй оноттолар… Берәүгә лә кәрәкмәгән булып сыҡтым.
Бына шулай, ҡустым, баҡһаң, кеше бар нәмәгә хужа була ала, тик ваҡытты ғына үҙеңә буйһондороу мөмкин түгел. Ул яма-а-а-н. Нисек кенә бейектә ултырма, һине барыбер төбөң-тамырың менән йолҡоп алып ташлаясаҡ. Бына бөгөн мине элекке власть вәкиле тип кем әйтһен? Хатта туғандарыма ла кәрәгем ҡалманы.
- Ә ҡатынығыҙ ҡайҙа? – тип һорап ҡуйҙы бер ни өндәшмәй генә тыңлап ултырған Илдар.
- Уның яҡты донъя менән хушлашҡанына ун йыл тулып килә инде. Йөрәк менән китте. Әллә кешеләрҙе мыҫҡыл итеүемә түҙә алманы, әллә шул бәндәләрҙең ҡарғышы төштө… – Улин ҡапыл уң ҡулы менән йөҙөн ҡаплап тын алды. Бер ни тиклем шул ҡиәфәттә ултырғас, аҡрын ғына башын күтәреп, күҙҙәрен ҡаршылағы стенаға төбәне. Унда, китап шкафы өҫтөндә, мөләйем генә бер ҡатындың фотоһүрәте эленеп тора ине. Ҡарт, ауыҙы эсенән ғәфү үтенгәндәй нимәлер мығырланы ла, йәнә тәмәкеһен тоҡандырҙы. Бер-ике тапҡыр һурғайны, туҡтай алмай йүткерергә кереште. “Бының һаулығы ла бик мөшкөл күренә”, – тип уйлап алды Илдар.
Шул ваҡыт егеттең телефоны шылтыраны. Ҡатыны икән.
- Ҡатыным мине юғалтҡан, ҡайтырға кәрәк. Атайыма ниндәйҙер үтенесегеҙ бар ине, шикелле…
Ҡарт, был һүҙҙәрҙе ишеткәс, тиҙ генә шешәнең төбөндәге араҡыны стаканына бөткәнсе ҡойоп күтәрҙе лә, еңе менән танауын ҡаплап бер аҙ тын алмай торғандан һуң, ашығыңҡырап һөйләргә тотондо:
- Миңә йәшәргә күп ҡалмағандыр. Ҡырҡ төрлө ауырыу тәнемдә, Дөрөҫөн генә әйткәндә, йәшәгем дә килмәй… Тик ни өсөндөр Аллаһы Тәғәлә мине үҙ янына ҡабул итергә ашыҡмаған һымаҡ – үлеп булмай ҙа ҡуя… Уйлана торғас, шуны аңланым: гонаһтарым үтә күп булғанға шулай яфалайҙыр. Етмәһә, һуңғы ваҡыттарҙа минең тарафтан нахаҡҡа йәберләнгән, мыҫҡыл ителгән кешеләр йыш төшөмә инә... – Улиндың тауышы ҡалтыраны. Ул дерелдәгән бармаҡтары менән ашыға-ашыға һүнгән тәмәкеһен ҡабат тоҡандырҙы. – Беләһеңме, шуларҙың һәр береһе ғәфү итһә, ер мине үҙ ҡуйынына алыр һымаҡ…
Ҡарт ҡапыл Илдарҙың алдына килеп тубыҡланып баҫты ла, ике ҡулы менән уның еңдәренән тотоп, күҙҙәренә туп-тура ҡараны:
- Илдар ҡусты, атайыңдан мине кисереүен һора, зинһар өсөн.
Егет ни ҡылырға белмәй артҡараҡ сигенде лә:
- Үҙегеҙ барып күрһәгеҙ, яҡшыраҡ булмаҫмы? – тине. – Күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшһәгеҙ, тиҙерәк аңлашыр инегеҙ…
- Юҡ, юҡ, мин уның күҙенә күренергә ҡурҡам! Ысын. Йөрәгем бәләкәй минең…
Илдар атаһына уның һүҙҙәрен еткерәсәге хаҡында әйтеп, ҡартҡа аяғына баҫырға ярҙам итте лә, был йорттан сығып китергә ашыҡты.
… Әлеге һөйләшеүҙән һуң бер йыл самаһы ваҡыт үткәндер. Ноябрь айының баштары ине булһа кәрәк. Бөтә донъяны ап-аҡ төҫкә күмеп, тәүге ҡар яуған мәл. Илдар, ошо матурлыҡҡа һоҡланып, урам буйлап атлай. Кәйефе күтәренке – айҙан ашыу инде яңы фатирында йәшәй. Шул ваҡыт ҡаршылағы тыҡырыҡтан яй ғына бер йөк машинаһы килеп сыҡты. Кузовҡа кешеләр тейәлгән, кабина янына ҡара таҫмалар уралған йәшел веноктар һөйәтеп ҡуйылған. Уның артынса тағы ла бер нисә еңел машина килә. Кемделер һуңғы юлға оҙаталар, ахыры, тип уйланы Илдар һәм ҡаршыға килгән ике ҡыҙҙан:
- Белмәйһегеҙме, кемде ерләйҙәр икән? – тип һораны. Ҡыҙҙар өндәшмәне.
- Сергей Улинды, – тине кемдер арттан. Илдар әйләнеп ҡараны. Унда иҫке генә пальто кейгән, дебет шәл ябынған бер әбей баҫып тора ине. “Ниһайәт, Ер әсә был гонаһлы йәнде лә үҙ ҡуйынына ҡабул итергә риза булған икән” тип уйланы Илдар. Аҡ ҡар өҫтөндә бысраҡ эҙҙәрен ҡалдырып, яй ғына теҙелешеп барған машиналар урам осона етеп, һул яҡҡа боролдо ла күҙҙән юғалды.
… Ергә эре ҡар бөртөктәре тәгәрне. Тора-бара тирә-яҡ аҡ юрған менән ҡапланды. Машина эҙҙәре лә юҡҡа сыҡты. Әйтерһең, ул юлдан берәү ҙә үтмәгән…
Наил ЮЛДАШБАЕВ.
Читайте нас в