Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Апрель 2020, 10:50

Яңы амбулатория ишектәрен асты

Бәхетленең байрамы бер көндә, тигәндәй, Белорет районында ошо көндәрҙә йәнә бер социаль объект сафҡа инде. Быға тиклем Ломовка ауылы амбулаторияһы бер быуаттан ашыу элек төҙөлгән бинала урынлашҡан. Иҫке ағас йортта тейешле медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн уңайлыҡтар булмай.

Бәхетленең байрамы бер көндә, тигәндәй, Белорет районында ошо көндәрҙә йәнә бер социаль объект сафҡа инде. Быға тиклем Ломовка ауылы амбулаторияһы бер быуаттан ашыу элек төҙөлгән бинала урынлашҡан. Иҫке ағас йортта тейешле медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн уңайлыҡтар булмай.
Республика Башлығы Радий Хәбиров, йыл ярым элек Белоретҡа эш сәфәренә килгән саҡта, бындай шарттарҙа кешене дауалау мөмкин түгеллеген күреп, ауыл халҡына яңы амбулатория төҙөргә вәғәҙә бирә һәм һүҙендә тора: ошо көндәрҙә Ломовкала яңы бинаны асыу тантанаһы булды.– Был ҡыуанысты 20 йыл көттөк, яңы амбулатория һорап, ҡайҙа ғына мөрәжәғәт итмәнек, медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн яраҡлаштырырлыҡ бүтән биналар ҙа эҙләп ҡараныҡ. Иҫке бина бигерәк насар хәлдә ине: нигеҙе емерелә башлап, иҙән таҡталары сереп бөткәйне, һыуҙы үҙебеҙ биҙрәләп ташый торғайныҡ. Радий Фәрит улына рәхмәт, вәғәҙәһен үтәне, – тип ҡы­уа­ныстары менән уртаҡлашты оҙаҡ йылдар амбулатория мөдире йөгөн тартыусы Надежда Плохова.Бар уңайлыҡтары булған модулле амбулатория элеккеһенә ҡарағанда дүрт тапҡырға ҙурыраҡ, йәғни майҙаны 400 квадрат метрға тиң. Бинаға һыу, канализация үткәрелгән, электр энергияһы менән йылытыла, яңы ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Халыҡты алты медицина хеҙмәткәре ҡабул итәсәк.Ломовкала өс меңдән ашыу кеше йәшәй, шуларҙың 640-ы – балалар, 2 меңдән ашыуы – оло йәштәгеләр. Ошоно иҫәпкә алып, амбулатория ике өлөшкә бүленгән, ололар һәм балалар өсөн айырым инеү урындары ҡаралған – бөгөнгө инфекция янаған ҡатмарлы ваҡытта был бигерәк тә актуаль. Амбулаторияла стоматология кабинеты ла бар, Белорет ҡалаһынан стоматолог килеп, графикка ярашлы ауыл халҡын ҡабул итәсәк. Быға тиклем Ломовкала ундай хеҙмәт күрһәтелмәгән.Учреждениела хатта дауаха­на­ға ҡараған дарыухана пункты ла булдырылған, ассортименты әллә ни бай булмаһа ла, кәрәкле да­рыуҙар бар. Бинала физиотера­певтик кабинеттың ҙур булыуы бер нисә пациентты бер юлы хеҙ­мәтләндереү өсөн ҡулай. Буласаҡ әсәләргә ваҡыт һәм аҡса сарыф итеп, ҡалаға барып йөрөү ҙә кәрәкмәйәсәк – акушер кабинеты ла кәрәкле ҡорамалдар менән тәьмин ителгән.Ололар өсөн ике терапевт кабинеты һәм процедура бүлмәһе бар, бында медицина ярҙамы күрһәтеү, укол эшләү, яра бәйләү, анализдар биреү һәм башҡа маҡсаттар өсөн бөтә мөмкинлектәр булдырылған.Амбулаторияны йыһаз­ланды­рыуҙа урындағы эшҡыуарҙар ҙа ярҙам иткән. Дмитрий Скворцов, мәҫәлән, картотекалар һаҡланған кабинет өсөн уңайлы стеллаждар хәстәрләгән, аҡсалата ярҙам ҡулы һуҙыусылар ҙа бар.– Әлегә ултыраҡта эпидемиологик яҡтан хәл тотороҡло. Ауылдаштар яңы амбулатория менән танышыр өсөн күпләп килә ине, хәҙер барыһы ла карантинда. Медицина ярҙамы талап ителгәндәргә ярҙам күрһә­тәбеҙ. Бындай хәл оҙаҡ бармаҫ, күренмәгән дошман сигенер. Үҙегеҙҙе һәм яҡын­дарығыҙҙы һаҡлағыҙ, – тигән теләктәрен белдерҙе Надежда Викторовна.
Автор: Римма СОЛТАНОВА.
https://bash.rbsmi.ru/articles/sotsial-m-s-l/ya-y-ambulatoriya-ishekt-ren-asty/
Читайте нас: