Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Апрель 2020, 22:05

Эх, һин, күңелһеҙем һин минең! Хикәйә. Дүртенсе өлөш.

Ә Мансур ҡарап тороуға бик тәртипһеҙ кешегә оҡшаһа ла, ғәйебен таный белә икән. Дилә Вәлиевна, тип кенә өндәшә хәҙер, осраһа, йылы һүҙҙәр әйтеп, дәртләндереп ҡалған була. Кешене аңламаҫһың. “Бәлки былай, шаяртҡан ғыналыр”, тип уйлап ҡуйҙы ҡыҙ. Ә бер көн эштән һуң ҡалып, сәй йыйыштырҙылар. Вера менән Хаят саҡырғас, Дилә лә ризалашты.

Ә Мансур ҡарап тороуға бик тәртипһеҙ кешегә оҡшаһа ла, ғәйебен таный белә икән. Дилә Вәлиевна, тип кенә өндәшә хәҙер, осраһа, йылы һүҙҙәр әйтеп, дәртләндереп ҡалған була. Кешене аңламаҫһың. “Бәлки былай, шаяртҡан ғыналыр”, тип уйлап ҡуйҙы ҡыҙ. Ә бер көн эштән һуң ҡалып, сәй йыйыштырҙылар. Вера менән Хаят саҡырғас, Дилә лә ризалашты.
Ҡыҙ нимә өсөн йыйылғандарын, нимә өсөн эскәндәрен дә белмәй ҡалды. Мансурҙы маҡтанылар инде. Тегеһе әллә ни ҡуҡырайманы, рәхмәттәр әйтеп ултырҙы. Эстеләр, тип, шешәһе лә бик күренмәне – бер “аҡ” та, бер “шампан” – ун кешегә күпме инде.
“Күп ҡойма, күп ҡойма, ҡыҙ кешегә күп кәрәкмәй”, – тип Диләгә лә тотторҙолар. Ике-өс йотом булғандыр, башҡалар ыңғайына ҡыҙ ҙа күтәреп ҡуйҙы. Шунда уҡ кәйефе күтәрелеп, күңелдәре асылып китте. Күп тә үтмәне, “ҡайтышайыҡ”, – тинеләр.
Дилә үҙенең йоҡоға тартылыуын һиҙҙе. Күҙ алдында томан эсенә инеп юғалған һымаҡ, бер-бер артлы табындаштары юғалып бөттө.
– Аҫта Васиков көтә, үҙем оҙатам, – тине Мансур. Дилә быныһын ғына аңларлыҡ ине әле. Нимәлер әйтергә, ҡаршылашырға тырышты.
Кейендереп, сығарып, машинаға ултыртып, оҙатып, ҡалдылар. Ҡыҙ тағы онотолдо.
Завод парковкаһынан ҡуҙғалыуға, алыҫта ҡаланың уттары күренде. Дилә нимәлер әйтергә ынтылды. Ул бер аҙҙан ҙур бәләгә тарыясағын күңеле менән һиҙә. Өҫтөнә, ябырылып, нимәлер менеп килгән һымаҡ. Автомобиль салонының артында ултырған Мансур түҙмәне, ҡыҙҙың ирендәренән үбеп алды.
– Вәсик, ҡара әле, тәмлелеген әйт һин уны! Юҡ! Был минең бәхеткә генә үҫкән икән!
Ҡыҙ, ҡаршылашыу түгел, ерҙән тамам айырылған, уйлау һәләтен дә юғалтҡайны. Ишетелер-ишетелмәҫ кенә: “Әсәй...” – тине.
– Нимә һөйләй ул? – тине рулдә ултырған Васиков.
– Әсәһен иҫкә төшөргән, – тип хахылданы Мансур.
– Ҡайҙа алып барабыҙ?
– Өйөнә инде, өйөнә... – Мансур ҡабаландырҙы. – Нишауа, бәпесем, барыһы ла һин теләгәнсә буласаҡ. Хәҙер барып етәбеҙ. Һин бит быны көтә инең, был хаҡта хыяллана инең. Барыһы ла юғары кимәлдә буласаҡ. Миңә рәхмәт уҡыясаҡһың әле. Һиңә бөгөн бәхет йылмайҙы. Бөтәһе лә шәп буласаҡ! Башыңды күтәреп, ғорурланып йөрө: һин – минеке.
Ҡалаға килеп инделәр. Тәмәке тартҡан Васиков тәҙрәне асып ебәрҙе. Һалҡын һауа Диләне уятҡандай булды.
– Адресыңды әйт, Делочка. Адресыңды... Ҡайҙа асҡысың?
Дилә нимә һорағандарын да аңламай, ләкин оҙаҡламай зиһене асылғандай булды. Уны алда бик ҙур бәлә көтә! Төҙәтеп булмаҫлыҡ, ғүмерҙә ғәфү итмәҫлек хурлыҡ, мәсхәрә, оят... Дилә яҙмышына күнгәйне инде. Күҙ алдына Азат килеп сыҡҡан һымаҡ булды. “Азат! Азат!”
– Азат мин, Азат! – тине Азат Мансур тауышы менән. – Асҡысыңды бир, матурым!
Ҡыҙ аңына килгәндәй булды. Уны ҡотҡарһа, Азат ҡына ҡотҡарыр. Тик ул ҡайҙа ла, Дилә ҡайҙа? Ул күптән йылы өйөндә йоҡлап яталыр инде.
– Делочка, матурым, ап-ағым. Адрес...
Шаян һәм бойороулы тауыш ҡыҙыҡайҙы тамам аңына килтерҙе. “Нисек хәтерләмәйһең? Һин унда нисә тапҡыр булдың. Һине ул ғына ҡотҡара, ул ғына...”
–Адрес, матурым, адрес.
– Йәштәр урамы, Балалар китапханаһы мөйөшө.
– Нисәнсе поъезд?
– Китапхана яғынан беренсе...
– Нисәнсе ҡат?
– Өсөнсө ҡат, ун икенсе фатир...
– Ә мин һине үҙем күтәреп алып менәм.
– Кәрәкмәй, мин үҙем... Мин атлай алмайым, күтәр мине.
Ҡыҙ Мансурға тотондо, ике ҡуллап йәбеште:
– Тиҙерәк, тиҙерәк...
– Ашыҡма, ҡабаланма, ашыға торған эш түгел. Бына 12-се фатир.
“Эй, Хоҙайым, ҡотҡар мине, ҡотҡар!” – тигән уй менән Дилә ирҙе ҡосаҡлап алды һәм йән асыуына ишекте типкеләй башланы. Ишек асылып китте һәм Азат килеп сыҡты.
Шул ыңғай Дилә менән Мансур фатирға килеп инделәр, Дилә һуҙып ҡысҡырҙы һәм йән асыуына бер ҡулы менән Мансурҙың сәсенә йәбеште, икенсеһе менән һөрәнләй-һөрәнләй уның битен тырнай башланы.
Азат нимә эшләргә лә белмәй. Икәү кереп, ҡоланылар, Диләне таныуын таныны, ә был ят иргә нимә ҡалмаған? Фатир хужаһы айырһа, ҡыйын булыр һымаҡ. Айырмаһа, тегенең биттәре ҡанап сыҡты.
Шул арала ҡыҙ һикереп торҙо ла, мөйөштә генә торған саңғы таяғын алып, киҙәнә-киҙәнә ирҙе туҡмай башланы. Тегеһе сығыр юлды таба алмай залға йүгереп инеп китте, эләгеп, тәгәрәне, өҫтәл аҫтына ҡасып кереп китте һәм имәнес тауыш менән: “Ҡотҡарығыҙ! Ҡотҡарығыҙ!” – тип һөрәнләне.
Диләнең ҡулынан таяҡты тартып алып, “Нимә булды, нимә булды?” тип һорауға, ир ишек төбөндә ятҡан бүреген дә кейеп тормайынса, тышҡа атылып сыҡты. Ҡыҙ шунда ғына тынысланғандай булды, Азатты ҡосаҡлап алды һәм үкереп, илап ебәрҙе.
Бик оҙаҡ иланы, буҫығып бөттө, сәстәре таралып төштө. Азатҡа уны ике ҡуллап күтәреп, сабый йоҡлатҡан һымаҡ, бәүетеүҙән башҡа сара ҡалманы.
Ҡыҙ бер аҙҙан, үкһеп туйғандан һуң, йоҡлап китте. Йоҡо аралаш һаташып, ыңғырашты, ҡуҙғалырға ынтылды, егет уны ипләп кенә карауатҡа һалды, тунын систерҙе, өҫтөнә юрған япты.
Иҫенә төшөп, ишекте барып бикләне. Азат Диләне уятып торманы, ултырғысҡа ултырып, башын өҫтәлгә һалды ла, ойоп китте. Таңға ҡарай Азат уянаһы итте. Бүлмә буйлап кемдер йөрөй.
– Дилә, әллә торҙоңмо? Уяндыңмы? Утты яҡтырт әле.
– Тик миңә ҡарама, – тине ҡыҙ оялып ҡына.
– Мин барыбер аңламаным. Нимә булды ул? – тине Азат аптыранып.
Ҡыҙ сәстәрен йыйып, ситкә ҡараны ла, яңғыратып көлөп ебәрҙе.
– Һин бит фатир хужаһы. Мин һинән һорарға тейешмен. Кисә бында нимә булды ул?
– Мин фатир хужаһы, ләкин шуны аңланым, бер йыйнаҡ ҡына ханым, баһадир тип әйтә алмайым, бер күҫәктәй ирҙе туҡмап, илатып, сығарып ебәрҙе.
– Дилә ҡапыл көлөп ебәрҙе лә: “Ысынлап та, шулай булдымы?” –тип һораны.
ф. Ильясова
Читайте нас: