Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Апрель 2020, 11:05

Әүлиә шишмәһенә быйыл бармай торайыҡ

Изге урында еңмешләнеп, талашып-көсләшеп йөрөмәйек, туғандар!

Урындағы мөғжизәбеҙ - Әүлиә шишмәһе май айы баштарында урғыла башлар, тип көтөлә. Әммә быйыл бармай торайыҡ инде – ҡоторған вирустан ҡурсаланыу осоронда халыҡтың бер урында күпләп тупланыу ғына түгел, етди сәбәпһеҙ өйҙән сығыуы ла сикләнә бит. Шишмә янында йөрөү әленән үк тыйылды, ҡашшаҡтарға административ штрафтар һалынасаҡ, тип тә белдерелә.
-Әүлиә шишмәһенә быйыл халыҡ күпләп килеүгә юл ҡуйылмай, - тип алдан иҫкәртте район хакимиәте башлығы Руслан Ғиләзетдинов, - Элекке йылдарҙа бында меңәрләгән-меңәрләгән кеше йыйылды. Күрше төбәктәрҙән генә түгел, хатта, сит илдәрҙән дә килделәр. Пандемия осоронда бындай миграция һәм кешеләрҙең бергә йыйылыуы һис тә мөмкин түгел - ауырыу таратыуҙары ихтимал бит! Тәү сиратта Учалы халҡының именлеген ҡайғыртасаҡбыҙ.
Учалы районының имам-мөхтәсибе Дим хәҙәрәт Закиров та бар иманлы кешеләргә мөрәжәғәт итте: ҡурсаланыу дәүерендә шишмәгә килергә һис тә кәрәкмәй, барыбыҙға ла инфекциянан һаҡланыуҙы ныҡлап хәстәрләү зарур.
Эйе, Пасха үткәрелмәй, хатта, изге Рамаҙан айы сикләүҙәр менән үткәрелгән заманала, Учалы ҡомартҡыһына юл ваҡытлыса ябылыуҙы аңларға кәрәк.
Шишмә үҙе лә, исмаһам, бер йыл кешеләрҙән ял итеп алыр, юғиһә, йылдың-йылы халыҡ күбәйә бара бит.
Изге урында еңмешләнеп, талашып-көсләшеп йөрөмәйек, туғандар! Мөғжизәле һыуҙы талашып-көсләшеп ала алған хәлдә лә, сихәте бөтөнләй ҡалмаҫтыр. Мосолман һүҙе итәғәтле , буйһона белә тигәнде аңлата бит! Иманыбыҙ камил – тажлы вирус – барыбыҙға ла Хоҙай ебәргән һынау, ошондай экстремаль шарттарҙа кемдең-кем икәнлеге айырыуса яҡшы күренә....
Читайте нас в