“Кейәүгә сығыуыма өс йыл тулып килә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бәхетле көндәрем һанаулы ғына булғандыр: үҙ өйөмдә үҙем рәнйетеләм. Ирем бергә йәшәй башлағанда уҡ ҡул күтәргәйне, аҙаҡ был ҡылығы ғәҙәткә әйләнде. Улыбыҙ үҫә. Уның күҙ алдында рәнйетә башлаһа, ни эшләрмен? Айырылайым да ҡуяйым тим дә тағы туҡтап ҡалам. Динебеҙ айырылышыуға ҡаршы бит...”“Иман” махсус битенә килгән был хатты яҙыусыға дини китаптарға, диндарҙарыбыҙҙың әйткәндәренә таянып яуап бирергә тырышабыҙ.Мәғлүм ки, Исламда өйләнеү мәсьәләһенә ҙур иғтибар бирелә. Борон был йәһәттән ата-әсәнең фекере ҙур урында торған. “Ат алһаң – ауыл, кәләш алһаң, ҡәүем менән кәңәш ит” тигән мәҡәл дә тап ошоға бәйле. Шул уҡ ваҡытта эш йәштәрҙең ризалығынан тыш эшләнергә тейеш түгел. Ғаилә бер көнлөк түгел, ә ғүмерлек, шуның өсөн уның ныҡлы килешеү нигеҙендә төҙөлөүе мөһим.Исламда һәр ғәмәлгә ҡарата айырым ҡанун билдәләнгән. Мәҫәлән, үҙ-ара үпкәләшеү өс көндән ашыуға һуҙылырға тейеш түгел. Әгәр ҙә ки был сик уҙып кителһә, элек ауылдың өлкән йәштәге кешеләре, дини етәкселәре мәсьәләне үҙ ҡулына алып, тиҙ арала ыңғай хәл иткән. “Иң беренсе ғәфү үтенеп, элекке халәтте аяҡҡа баҫтырған кеше – Йәннәткә кереүсе”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм.Ғаиләлә бер-береңә һөйөү, ихтирам хөкөм һөрөргә тейеш. Һәр кемдең тәғәйен бурыстарын лайыҡлы атҡарыуы зарур – динебеҙ шулай ҡуша. “Өммәтемдең иң хәйерлеһе – ғаиләһенә күркәм мөнәсәбәттә булыусы”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Бер-береңде рәнйетеүгә, күңелен ҡалдырыуға Исламда урын юҡ. Араны күркәм һүҙ, изге ғәмәлдәр бәйләп, нығытып торорға тейеш. Кире осраҡта мөхәббәт юҡҡа сыға, тимәк, ғаиләнең нигеҙе ҡаҡшай.Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әлеге хатта әйтелгәнсә, ҡатын-ҡыҙҙы тел генә түгел, ҡул көсө аша рәнйетеү, туҡмау осраҡтары барлығы хаҡында ла ишетеп торабыҙ. Ә бит ғаилә – айырым дәүләт, унда ир менән ҡатындан тыш балалар йәшәй, ата-әсәһенә ҡарап тәрбиә ала. Әгәр ҙә өлкәндәрҙең араһы насар икән, был йәш быуындың тамырына балта менән сабыуға тиң. Ҡатмарлы мөнәсәбәттәргә шаһит булып үҫкән бала үҙ “оя”һын ҡорған ваҡытта аңлашылмаусанлыҡҡа осрар, дөрөҫ юл таба алмай ыҙа сигер. Йәштән күңел торошо, психикаһы боҙолған йәш быуын вәкиленең милләтенә, иленә, фәнгә, йәмғиәткә файҙа килтерә алыуы ла шикле.Шуның өсөн дә ҡатын-ҡыҙ үҙенең хоҡуғын белергә, ирен ваҡытында “тәрбиәләргә” тейеш. Динебеҙ айырылышыуға ҡаршы, тик гүзәл затты рәнйетеүгә лә юл ҡуймай. Унда яуызлыҡҡа, хаҡһыҙ рәүештә күрһәтелгән ҡылыҡтарға урын юҡ. Был йәһәттән дәүләт яғынан да ныҡлы ҡанун, хөкөм ҡарары булырға тейеш. Ҡатын-ҡыҙ – йәмғиәттең бер өлөшө, киләсәкте тәрбиәләгән төп көс. Ул урынһыҙға рәнйетелеп, ирекһеҙ йәшәргә тейеш түгел. Ир менән ҡатын айырылышыу сигенә етә икән, динебеҙ ҡанундарына ярашлы, ике яҡтан вәкилдәр килеп, уларҙы яраштырырға тейеш. Ғаиләне һаҡлау — ифрат мөһим, ҙур бурыстарҙың береһе.