Яйыҡ
-14 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Апрель 2020, 18:20

Башҡортостанда коронавирустан ике үлем осрағы Стәрлетамаҡта һәм Мәсетле районында теркәлгән

Башҡортостанда яңы коронавирус инфекцияһы эпидемияһы башланғандан алып рәсми рәүештә биш үлем осрағы теркәлгән.

Башҡортостанда яңы коронавирус инфекцияһы эпидемияһы башланғандан алып рәсми рәүештә биш үлем осрағы теркәлгән. Республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығында белдереүҙәренсә, һуңғы тәүлектә (14 апрелдә) ике пациент коронавирустан вафат булған.
Мәсетле районында 87 йәшлек ир үлгән. Билдәләнеүенсә, өлкән йәштәге пациент шәкәр диабетынан яфаланған.
Икенсе ир Стәрлетамаҡта йән биргән. Хәбәр ителеүенсә, уға 52 йәш булған, ул киҫкен лейкоздан дауаланған.
Алдан Башҡортостанда 149 кеше яңы коронавирус инфекцияһы диагнозынан дауаланыуы хаҡында хәбәр ителгәйне.
http://www.bashinform.ru/news/1439226-v-bashkirii-dve-smerti-ot-covid-19-zaregistrirovany-v-sterlitamake-i-mechetlinskom-rayone/
Читайте нас в