Яйыҡ
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Апрель 2020, 13:10

Дәүләт Думаһында килеме ике МРОТ-тан кәм булған рәсәйҙәргә физик берәмектәр килеменә һалымды бөтөрөргә тәҡдим иттеләр

Дәүләт Думаһы депутаттары айлыҡ килеме ике минималь хеҙмәт хаҡы күләменән кәм булған рәсәйҙәр өсөн килемгә 13% һалымды бөтөрөргә тәҡдим итте.

Дәүләт Думаһы депутаттары айлыҡ килеме ике минималь хеҙмәт хаҡы күләменән кәм булған рәсәйҙәр өсөн килемгә 13% һалымды бөтөрөргә тәҡдим итте.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2020 йылдың 1 ғинуарынан Рәсәйҙә минималь эш хаҡы күләме айына – 12 130 һум. Закон проектына ярашлы, хеҙмәт хаҡы 24 260 һумдан түбән булған граждандар физик берәмектәр килеменә һалымдан азат ителергә тейеш.
Тейешле закон проекты парламенттың түбәнге палатаһына ҡарауға индерелде, тип хәбәр итте «Известия».
Башланғыс авторҙары – Дәүләт Думаһы вице-спикеры Игорь Лебедев, депутаттар Борис Пайкин, Дмитрий Свищев, Ярослав Нилов, Алексей Диденко һәм сенатор Сергей Леонов.
Бындай сара аҙ килемле граждандарға ярҙам булыр тип күҙаллана.
http://www.bashinform.ru/news/1438924-v-gosdume-predlozhili-otmenit-ndfl-dlya-rossiyan-chey-dokhod-nizhe-dvukh-mrot/
Читайте нас: