Яйыҡ
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Апрель 2020, 18:25

Дауыл көтөлә

Башҡортостанда Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы елдең тиҙлеге секундына 20 метрға етеүе хаҡында иҫкәртә

Башҡортостанда Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы елдең тиҙлеге секундына 20 метрға етеүе хаҡында иҫкәртә. Ведомствоның матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, 15 апрелдә киске сәғәт 8-ҙән 16 апрелгә киске сәғәт 8-гә тиклем болотло һауа торошо, төндә аяҙыраҡ булыуы фаразлана. Төндә урыны менән бер аҙ ҡар ҡатыш ямғыр, көндөҙ ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, урыны менән йәшен, көньяҡ-көнсығышта башлыса яуым-төшөмһөҙ. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан, тиҙлеге секундына 8-13 метр, урыны менән 15-20 метрға етеүе ихтимал. Һауа температураһы төндә +2, +7, көндөҙ +7, +12 градус.
Өфөлә болотло һауа торошо көтөлә, төндә аяҙыраҡ. Төндә яуым-төшөмһөҙ, көндөҙ ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан, тиҙлеге секундына 8-13 метр, урыны менән 17 метрға тиклем. Төндә һауа температураһы +4, +6, көндөҙ +9, +11.
Бофорт шкалаһы буйынса, елдең секундына 17-20 метр тиҙлектә иҫеүе дауыл тип йөрөтөлә. Ошондай көслө ел иҫкәндә, ағастарҙың ботаҡтары һына. Бындай һауа торошо йылға транспорты төрҙәре өсөн хәүефле.
http://www.bashinform.ru/news/1439151-burya-mchs-bashkirii-preduprezhdaet-o-silnykh-poryvakh-vetra-do-20-m-s/
Читайте нас: