Баш ҡаланың 2-се полиция бүлегенә дауаханаларҙың береһенән хәбәр иткәндәр: бысаҡтан йәрәхәтләнгән 39 йәшлек пациентты килтергәндәр.
Медицина хеҙмәткәрҙәре ирҙе барып алған Невский урамына хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре лә йүнәлгән. Унда зыян күреүсенең һеңлеһен тап иткәндәр, һәм түбәндәгеләр мәғлүм булған.
Баҡһаң, бынан бер көн алда ошо 25 йәшлек ҡатын бергә йәшәгән 27 йәшлек ире менән кәйеф-сафа ҡорған. Ике иҫерек араһында ыҙғыш ҡупҡан. Һөҙөмтәлә ир әхирәтен урамға ҡыуып сығарған, әйберҙәрен дә подъезға һелтәгән. Ҡатын оҙаҡ уйлап тормаған, Иглин районында йәшәгән ағаһына шылтыратҡан...
Әммә уның килеүе һис файҙаға булмаған, талаш тағы ла көсәйгән. Үҙ-ара һуғышып киткәндәр, һәм теге ир әхирәтенең ағаһына бысаҡ ҡаҙаған.
Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы хәбәр итеүенсә, енәйәтсе ҡулға алынған, уның быға тиклем дә ошоға оҡшаш енәйәт өсөн хөкөм ителгәне асыҡланған, әле иргә ҡаршы тағы ла енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Автор: Гүзәлиә Балтабаева