Яйыҡ
-18 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Апрель 2020, 18:30

Гонаһлы аҙымға бармайыҡ

Изге Рамаҙан айына тиклем бер аҙнанан ашыу ваҡыт ҡалды. Быйыл донъялағы хәлдәргә һәм коронавирус инфекцияһы таралыу ҡурҡынысы шарттарында был көндәрҙе үткәреү буйынса бер ни тиклем үҙгәрештәр индерелә. Республика мосолмандары тәрәүих намаҙын, йәмәғәт ифтарҙарын мәсеттәрҙә ойоштормаясаҡ. Ауыҙ асыу сараһына йортҡа ҡунаҡ йыуыу шулай уҡ кәңәш ителмәй.

– Сир йоҡтороусы, йә коронавирус ныҡ таралған ерҙән ҡайтып, башҡаларҙың сәләмәтлеген хәүеф аҫтына ҡуймау тураһында уйламай йәмәғәт урындарында йөрөү ҡаты алыш мәлендә яу яланын ташлап киткән хыянатсы һалдатҡа тиң. Был оло гонаһ иҫәпләнә. Шуның кеүек, тыйылған мәлдә мәсеттәргә йөрөү, йә бер нәмәгә ҡарамай күмәк намаҙҙар ойоштороу ҙа дөрөҫ түгел, сөнки беҙ үҙебеҙҙең һәм башҡаларҙың сәләмәтлеген һәм ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуябыҙ, – ти был турала Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе Айнур Бирғәлин.
Был саралар кемгәлер оҡшап етмәһә лә, барыһын да теүәл үтәргә кәрәк. Бөгөн һаулыҡ һәм ғүмер күпкә ҡәҙерлерәк.
Фото: yandex.ru
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас в