Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Апрель 2020, 11:55

Камералар ҡуйыу дауам итә

Башҡортостанда 27 муниципаль берәмектең авария хәүефе булған урындарында, ғәмәлдәге 380 комплексҡа өҫтәп, 115 юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙы фотовидеотеркәү комплексы урынлаштырылды.

Башҡортостанда 27 муниципаль берәмектең авария хәүефе булған урындарында, ғәмәлдәге 380 комплексҡа өҫтәп, 115 юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙы фотовидеотеркәү комплексы урынлаштырылды.
Тиҙлек режимын боҙоуҙы теркәгән комплекстар Әлшәй (8), Асҡын (11), Ауырғазы (8), Балтас (2), Бәләбәй (1), Балаҡатай (2), Белорет (1), Бишбүләк (1), Бөрө (7) Благовар (3), Бөрйән (4), Дәүләкән (3), Дыуан (5), Дюртөйлө (1), Йәрмәкәй (6), Иглин (1), Ҡырмыҫҡалы (12), Ҡыйғы (2), Краснокама (1), Мәләүез (2), Мәсетле (7), Мишкә (2), Салауат (2), Стәрлебаш (5), Тәтешле (10) райондары юлдарында, шулай уҡ Салауат (2) һәм Сибай (6) ҡалаларында ҡуйылды.
Камералар ҡуйылған урындар менән Башҡортостан Республикаһының Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты сайтында танышырға мөмкин.
Дәүләт контрактына ярашлы, «Башинформсвязь» йәмғиәте республиканың 62 муниципаль берәмегендә авария хәүефе булған урындарҙа 609 камера урынлаштыра.
Әле республикала 495 комплекс эшләй. Ҡалған 114 комплексты 2020 йылдың 1 майына тиклем файҙаланыуға тапшырыу планлаштырыла.
http://www.bashinform.ru/news/1438797-na-dorogakh-bashkirii-ustanovili-115-novykh-kompleksov-fotovideofiksatsii-narusheniy-pdd/
Читайте нас: