Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Апрель 2020, 12:20

Кер йыуам тип

Архангел районының Архангел ауылында янғын сыҡҡан: фажиғәгә сәбәпсе кер йыуыу машинаһы булған.

Архангел районының Архангел ауылында янғын сыҡҡан: фажиғәгә сәбәпсе кер йыуыу машинаһы булған.
Шәхси йортҡа саҡырылған ут һүндереүселәр кухняла пластик кер йыуыу машинаһының янғанын асыҡлаған, улар килгәнсе хужабикә утты һүндереп өлгөргән.
Баҡһаң, участкала ике йорт төҙөлгән. Береһе брустан, икенсеһе бүрәнәнән. Хужалар яңыһын төҙөгәнсе, иҫкеһендә йәшәгәндәр, быйыл ғинуарҙа ғына йорт туйлағандар. Иҫке йорт хужалыҡ кәрәк-яраҡтары өсөн ҡулланылған. Уның кухняһында ярымавтомат кер йыуыу машинаһын урынлаштырғандар.
Хужабикә көндөҙ кер йыуырға ҡуйған да, төшкө аш ашарға яңы йортона ингән. Ихатаға сыҡһа, янғын тураһында иҫкәртеүсе ҡоролманың тауышын ишеткән. Баҡһаң, уны иҫке йортҡа 2018 йылда уҡ ҡуйғандар.
Ҡатын кухняға йүгереп ингән, ут тоҡанғанын күргән, ҡотҡарыусыларҙы саҡырған һәм утты һүндерергә керешкән. Әлбиттә, был осраҡта ҙурыраҡ бәләнән янғынды иҫкәртеүсе ҡоролма ҡотҡарған. Әйткәндәй, хужалар уны яңы йортҡа ла ҡуйҙырған.
Был хаҡта республика буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығы хәбәр итә.
Фото: Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығының матбуғат хеҙмәте.
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: