Яйыҡ
-18 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Апрель 2020, 12:15

Рәсүл Ҡарабулатовтың концертына рәхим итегеҙ

Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, Ш.Бабич исемендәге республика йәштәр премияһы лауреаты, ҡурайсы, йырсы һәм актер, Ҡала мәҙәни-ял үҙәге директоры Рәсүл Ҡарабулатов үҙенең онлайн-концертына саҡыра.

Концерт 16 апрелдә киске сәғәт 7-лә Ҡала мәҙәни-ял үҙәге аккаунтынан тура эфирҙа була.
Трансляция Ҡала мәҙәни-ял үҙәгенең музыка студияһынан алып барыла. Тура эфирға ҡушылыу һәм концертты ҡарау өсөн Инстаграмда @gkdc аккаунтына яҙылырға кәрәк.
«Ижади ғүмеремдә күп тапҡыр сәхнәлә сығыш яһарға тура килде, ләкин онлайн режимында интернет-трансляцияны тәүге тапҡыр ойошторам. Шуға күрә был минең өсөн үҙенсәлекле тәжрибә. Изоляция иғлан ителгәндән алып ошо концертҡа әҙерләнә башланым, — тип хәбәр итте Рәсүл Ҡарабулатов «Башинформ» агентлығына. — Һеҙҙең өсөн төрлө йылдарҙағы билдәле йырҙар һәм ҡурай моңдары яңғырай. Өйҙән сыҡмайынса, үҙегеҙҙең яратҡан йырҙарығыҙҙы тыңлай, ҡушылып йырлай алаһығыҙ».
http://www.bashinform.ru/news/1438913-kuraist-i-pevets-rasul-karabulatov-priglashaet-na-svoy-onlayn-kontsert/
Читайте нас в