Башҡортостанда тәүге тапҡыр ветеран иҫән сағында уҡ иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйыла. 15 апрелдә 100 йәшен билдәләргә тейешле Ришат Сәлих улы Исмәғилевтың яҡташтары шул турала һораған.
«Ул бик теремек һәм аралашыусан, әле Өфөлә йәшәй. Брест ҡәлғәһен обороналаған саҡта иҫән ҡалған яугирҙәрҙең береһе булыуына ҡарамаҫтан (уның тәнендә әле һаман фашист бомбаларының ярсыҡтары бар), ул уникаль кеше, — тип яҙҙы Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә. — Яҡташтары уның өсөн ҡағиҙәнән ситләшеүҙе һорай».
Иҫтәлекле таҡтаташ Ришат Исмәғилев тамамлаған Кушнаренко һөнәри колледжында ҡуйыла. Шулай уҡ Байгилде ауыл лицейына ветерандың исеме бирелә.
Республика етәксеһе билдәләүенсә, бөтәһенә лә ошондай кешеләргә тиңләшергә һәм ауырлыҡтарҙы еңергә өйрәнергә кәрәк.
http://www.bashinform.ru/news/1438609-v-bashkirii-pamyatnuyu-dosku-ustanovyat-pri-zhizni-veterana-velikoy-otechestvennoy-voyny/