Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Апрель 2020, 12:25

Әсәһенә үс итеп...

Әгәр иғтибарлы һәм һиҙгер күршеләре булмаһа, ҙур фажиғә булыр ине. Хәл ошо көндәрҙә Межгорье ҡалаһында була.

Әгәр иғтибарлы һәм һиҙгер күршеләре булмаһа, ҙур фажиғә булыр ине. Хәл ошо көндәрҙә Межгорье ҡалаһында була. Был турала “КП-Уфа” баҫмаһы хәбәр итә.
Таң менән ҡотҡарыу хеҙмәтенә бер ҡатындың күршеләре шылтырата. Ул бәлиғ булмаған өс балаһы менән яңғыҙы йәшәгән. Күршеләр эргәләге фатирҙа ҡурҡыныс хәлдәр барғанын һиҙеп ҡала һәм борсола башлай. Хоҡуҡ һаҡлау органдарынан хәбәр итеүҙәренсә, ҡатын балаларын үлтерергә һәм үҙенә ҡул һалырға маташа. Быны нисек эшләргә иткәндәр, ул турала әйтелмәй.
Был хәл ҡатындың үҙ әсәһе менән талашыуы сәбәпле килеп сыға. Ошо рәүешле әсәһенән үс алырға йыйына. Ҡурҡыныс аҙымға барыр саҡта уның иҫерек булыуы ла асыҡлана.
Бәхеткә күрә, фажиғә булмай. Коммуналь хеҙмәткәрҙәр ишекте емереп инә һәм балаларҙы ҡотҡара. Иҫерек әсәне полицияға алып китәләр, ә сабыйҙарҙы медицина учреждениеһына оҙаталар. Балаларға психологик ярҙам күрһәткәндәр.
Фото: ostrnum.com
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: