Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Апрель 2020, 13:50

Сирле ҡыҙымды ташлап киткәйнем...

"Сафияла ҡунаҡта" студияһы асылған мәл... Ҡыҙым менән магазиндан сығып киләбеҙ. Ҡапыл, Земфира, тип берәү шым ғына килеп ҡулымдан тотҡанға терт итеп ҡалдым. Алдымда 55 йәштәр самаһындағы ҡатын тора, күҙҙәрендә - һағыш, тауышында - ниндәйҙер шом. Бер миңә, бер Сафияға мөлдөрәп ҡарағанға ҡыйын булып китте. Ҡыҙым, һәр саҡтағыса ихласлап, “ооо, привет, как дела?” тигәйне, ҡатындың күҙ йәштәре атылып сыҡты.

Һеҙҙең иғтибарға билдәле алып барыусы һәм тамада Земфира Байбулдина социаль селтәрҙәге сәхифәһендә уртаҡлашҡан бер хәлде тәҡдим итәбеҙ. Уны тетрәнмәйенсә уҡып сығыу мөмкин түгел...
"Сафияла ҡунаҡта" студияһы асылған мәл... Ҡыҙым менән магазиндан сығып киләбеҙ. Ҡапыл, Земфира, тип берәү шым ғына килеп ҡулымдан тотҡанға терт итеп ҡалдым. Алдымда 55 йәштәр самаһындағы ҡатын тора, күҙҙәрендә - һағыш, тауышында - ниндәйҙер шом. Бер миңә, бер Сафияға мөлдөрәп ҡарағанға ҡыйын булып китте. Ҡыҙым, һәр саҡтағыса ихласлап, “ооо, привет, как дела?” тигәйне, ҡатындың күҙ йәштәре атылып сыҡты.
"Эх, минең дә ҡыҙым Даун синдромы менән ине, ләкин ҡалдырып киттем, хәҙер уға 30 йәш тирәһе булыр ине, - тип йәнә мыш- мыш килеп танауын һөрткөләне. - Бына һин маладис, ҡурҡмағанһың. Ә миңә ирем шунда уҡ әйтте, өйгә алып ҡайтып йөрөһәң, мине күрмәйәсәкһең, кешенән оят, урод бала тапҡан, тип һөйләрҙәр, тине. Өҫтәүенә табиптар ҙа йәбеште, ул оҙаҡ йәшәмәйәсәк, атламаясаҡ, бер нәмә лә аңламаясаҡ, йәшһең әле, тағы табырһың, тинеләр. Мин ни иҫәңгерәп ҡайт та кит, өйҙәгеләргә үле тыуҙы тинек. Аҙаҡ йәнә ике игеҙәк ҡыҙым булды. Даун сирле бала онотолоп китте, ҡайҙа икәнен дә белешмәнем, иҫләмәҫкә тырыштым. Донъя баҫты, балаларға әүрәнем, тик яңғыҙ өйҙә ҡалһам ғына йөрәк семтем ала, ошо мәлдә лә үҙемде тиҙ генә ҡулға ала инем. Ваҡыт үтә торҙо, ҡыҙҙарға ун йәш тирәһендә йәнә ауырға ҡалдым. Ирем ныҡ малай теләне, был ике ҡыҙҙы күңелен биреп яратмағанын һиҙә инем, гел генә, миңә бер малай табалманың инде, тиер ине. Шуға ла өсөнсөгә ауырлы саҡта, эх, малай ғына була күрһен, тип теләнем. Теләк тормошҡа ашты... Тик балам тыуғас оҙаҡ йәшәмәне, өсөнсө көнөнә үлде. Табиптар тегеләй-былай йүгереште, тик ярҙам итә алманылар, йөрәге туҡтаны сабыйымдың. Был юлы дауахананан ысынлап үле бала менән сыҡтым...
Тормошомда мәхшәр башланды. Ирем баланың үлемендә мине ғәйепләп, сабыйҙы ер ҡуйынына оҙатыу менән шундуҡ китте. Ике ҡыҙым менән оло ҡайғы йөкмәп тороп ҡалдым..."
Был ханым, минең ҡабаланғанды һиҙеп, әйҙәгеҙ, өйөгөҙгә тиклем һөйләшеп барайыҡ, ошо тирәлә тораһығыҙ шикелле, тип Сафияны етәкләп үк алды. Ҡыҙым да ҡулын биреп, шатланып, теге ханымға эй һыйынып, юхаланып китте. Уның һайын ҡатындың күңеле иреп, күҙенән тамған йәштәрен йәшермәне.
“Һеңлем, һин миңә аптырама инде. Былтыр бер тапшырыуҙа күреп ҡалдым үҙеңде. Юғалтҡан инем телевизорҙа, аптырап киттем, ит һатам тигәнгә. Аҙаҡ һеҙҙең Даун сирле бала барлығын белгәс, иҫем китеп оҙаҡ ултырҙым. Юҡ, йәлләмәнем, сөнки йәлләтерлек итеп һөйләмәнегеҙ, киреһенсә, ниңә мин шулай түгел, тип үҙемде әрләнем. Тормошом китап яҙырлыҡ ул, – тип һаман һөйләүен белде, миңә ҡыҙыҡмы ул, юҡмы - уға был кәрәкмәй ине шикелле... - Ир киткәс, тамам юғалып ҡалдым. Өфөнән күсергә лә уй булды, тик эш мәсьәләһен уйланым. Ирем ярҙам итмәне, ҡыҙҙарына бер йыл эсендә бер пакет тоттороп китте. Ул ваҡытта өйләнмәгән ине, аҙаҡ икенсе йылына үҙенән олораҡ ҡатын менән йәшәгәнен ишеттем.
Эш, донъя мәшәҡәте менән ғүмер үтте, ҡыҙҙар үҫте. Мин өлкән ҡыҙым барлығын бер ҙә иҫемә төшөрмәнем. Ул хатта төшөмә лә инмәне. Ҡыҙҙарым икеһе лә 18 йәштәре тулыу менән кейәүгә сығып китте, уҡырға теләктәре булманы. Тик оҙаҡ торманылар, береһе ярты йылдан кире әйләнеп ҡайты, икенсеһе ике йыл йәшәп, балаһы менән ҡайтып инде. Сабыйға алты ай, тик әйләнмәй ҙә, йылмаймай ҙа, башын да насар тота, ҡыҙымдың быға бик иҫе лә китмәй. Аптырағас, үҙем табиптарға йөрөтә башланым. Һәм йәнә йөрәк өҙгөс диагноз: балала - ДЦП...
Ошо мәлдә Даун сирле ҡыҙым иҫкә төшә башланы ла инде. Төндәр буйы илайым да илайым, минән үс ала кеүек ине ул. Бала тапҡан ҡыҙым бер мәл юғалды, өйгә лә ҡайтмай, бәпәйен дә ҡарамай, уйында тик егеттәр. Ә мин эштән китә алмайым, һораһаң, урыныңдан ҡолаҡ ҡағаһың, тип ҡурҡыталар. Икенсе ҡыҙым ҡараша ине, ул да аҙаҡ бер ир менән танышып, Краснодар яҡтарына юлланды. Мин, ғөмүмән, тере ҡулһыҙ, ауырыу бала менән яңғыҙ тороп ҡалдым. Эштән китергә тура килде. Ошо баланың әҙ-мәҙ пенсияһына йәшәнек. Үҙем бәйләүгә, тегеүгә оҫта инем, шуларҙы һаттым аҙыраҡ. Дауахананан дауаханаға тик йөрөлдө.Ҡыҙҙарым хатта хәлемде лә белешмәне.
Сабыйҙы үҙемдең исемгә күсерҙем, ҡыҙым унан баш тартты, яңы иренә балаһы булғанын әйтмәгән икән. Бөгөнгәсә мин ике ҡыҙымдың тормошон белмәйем дә, күргәнем дә юҡ. Үҙҙәре лә ҡайтмай. Тик айына бер телефондан шылтыратып, аҡса кәрәкме, тип һорайҙар. Мин, юҡ, үҙегеҙ ҡайтығыҙ, тип һөйләнә башлаһам, уф, кеше көлдөрмә, йүнле өйөң бармы, оят һиңә кейәүҙәреңде алып ҡайтырға, тинеләр. Башҡаса был турала һүҙ ҡуҙғатманым. Ейәнем менән икебеҙ көн итәбеҙ. Ул ятып ҡына тора, ултыра алманы, ҙурайған һайын ауырая, үҙемдең бил бөттө хәҙер. Табиптар шифаханаға барығыҙ тигән була, кем йөрөтә инде..."
Түҙмәйенсә: "Ә ирегеҙ килмәнеме, күрмәнеме был баланы? - тип һораным. - Ейәне бит..."
"Юююҡ, уның яҙмышын ишеттем инде, - тине апай. - Беҙҙең икебеҙҙе лә Хоҙай ҡәһәрләне... Даун сирле ҡыҙыбыҙҙы ҡалдырған өсөн. Рәнйене балам".
Эҙләнегеҙме һуң балағыҙҙы, тигән һорауға ханым күҙҙәрен аҫҡа төшөрҙө. "Дауахананан барып белештем, тик ул ваҡытта эшләгән табиптар юҡ ине, бер кем бер ни әйтә алманы", - тине. Әле ейәнен күршеһе ҡарашҡанын әйтте.
Оҙаҡ һөйләне был ҡатын тормошо тураһында. Өйгә ҡайтҡас, оҙаҡ тыныслана алмай йөрөнөм. Шул төндә хатта төшөмә керҙе. Шуға түҙмәй яҙырға булдым. Кемдер әйтер, кеше һиңә серен асҡан, ә һин бөтә ғаләмгә яҙаң, тип. Үҙе яҙһа шулай тип, яуабым әҙер. Минең һорауҙар уға күп яуҙы, ҡатын, күңелен бушатам типме, барыһын да һөйләне. Ҡыҙҙарының әлеге мәлдә Төркиәлә йәшәүен, ирҙәренең береһе төрөк, икенсеһе урыҫ, балалары һаман юҡ икәнен белдем. Һәм иң ғибрәтлеһе - иренең тормошон да һөйләне. Нисектер ҡыуанып, уның өсөн шатланып һөйләне...”
Ошо ерҙә Земфираның яҙмаһы өҙөлә, дауамы бар, тигән ул. Борма-борма яҙмышлы ҡатын башына тағы ниҙәр төшкәндер? Көтәйек.
Фото: "Бәйләнештә".
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: