Яйыҡ
-3 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Апрель 2020, 13:20

Йоғошло ауырыуҙар дауаханаһы ҡурай формаһында буласаҡ

Өфө районы Зубов ауылындағы йоғошло ауырыуҙар дауаханаһы төҙөлөшөндә пациенттарҙы стресстан аралай алырлыҡ архитектура тәҡдим ителгән. Ҡурай формаһында.

Өфө районы Зубов ауылындағы йоғошло ауырыуҙар дауаханаһы төҙөлөшөндә пациенттарҙы стресстан аралай алырлыҡ архитектура тәҡдим ителгән. Ҡурай формаһында.
Стандартлы архитектура ҡоролмаһы буласаҡ дауахана пациенттарының көсөргәнешен мөмкин тиклем кәметеүгә йүнәлтелгән. Өфө районында төҙөлөп ятҡан йоғошло ауырыуҙар дауаханаһының баш архитекторы Андрей Стариков фекеренсә, бындай шарттарҙа сирлеләр үҙҙәрен ышаныслыраҡ тоясаҡ.
Республика символы – ҡурай рәүешендәге архитектура ҡоролмаһы тураһында табиптар менән дә кәңәшләштек. Проектта таҙа һәм эш зоналары ағымдары хәүефһеҙлеге етди уйланылған. Архитектур күҙлектән был дөрөҫ проект.
Андрей Стариков, проект архитекторы
Обьектта төҙөлөш эштәре йылдам башҡарыла. Хәүефһеҙлек һәм сифатҡа ла етди иғтибар бүленә.Табиптар өсөн тәғәйенләнгән ятаҡта түбә ҡаплана, эске биҙәү эштәре башҡарыла. Яңы корпустар өсөн свайҙар ҡағыла. 470 урынға иҫәпләнгән дауахана май аҙағына файҙаланыуға тапшырыласаҡ, тип көтөлә.
Коронавирус пандемияһы эҙемтәләре ойошмаларҙың инвестиция әүҙемлегенә кире яҡтан йоғонто яһаясаҡ.
Әммә икенсе яҡтан ҡарағанда бындай күренеш ҡайһы бер импортты алмаштырыу производстволарына яңы инвестициялар килтерергә мөмкин. Бының өсөн тейешле эштәрҙе көйләү һәм килеп тыуған һорауҙарға ваҡытында иғтибар бүлеү талап ителә. Башҡортостан Хөкүмәте Президиумының онлайн форматта ойошторолған сираттағы ултырышында биш мәсьәлә тикшерелде. Уларҙың тәүге икәүһе донъялағы һуңғы хәлдәрҙе иҫәпкә алып республика иҡтисадының тотороҡлоғон арттырыуға йүнәлтелгән сараларға арналды. Ултырышта ҡатнашыусылар иғтибарына "Инвестициялар йәлеп итеү үҙәге"нең проект штабы тәҡдим ителде. Координация-кәңәшләшеү органы инвестиция проекттары буйынса ашығыс ҡарарҙар ҡабул итеү өсөн булдырылған.
Президум ултырышы көн тәртибенә шулай уҡ малсылыҡтағы селекция-генетика үҙәктәрен модернизациялау, инвалид балаларҙы республика бюджеты иҫәбенә бушлай туҡландырыу кеүек һорауҙар сығарылды. Кәңәшмә һуңында быйылғы янғын хәүефһеҙлеге мәсьәләһе күтәрелде. Белгестәр тәбиғи янғындар сығыу ихтималлығы һаналған биләмәләргә 156 тораҡ пункт индергән. Был төбәктәрҙә миллион ярым самаһы кеше йәшәй. Уларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн ҡабул ителгән сараларҙың һөҙөмтәлелеген арттырыу мөһимлеге билдәләне.
Гүзәл Борханова.
Читайте нас: