Яйыҡ
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Апрель 2020, 12:25

Юҡ шул, мөғжизә булманы...

Юғалған кешеләрҙең күпселеге иҫән-һау килеш табылһа ла, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, араларында һәләк булғандар ҙа бар. Өлкән йәштәге ҡатынды эҙләү ҙә фажиғә менән тамамланды.

Юғалған кешеләрҙең күпселеге иҫән-һау килеш табылһа ла, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, араларында һәләк булғандар ҙа бар. Өлкән йәштәге ҡатынды эҙләү ҙә фажиғә менән тамамланды.
Балтас районынан 62 йәшлек Вәсимә Р. былтыр 18 декабрҙә үк ғәйеп булған. Бөгөн асыҡланыуынса, кисә уның кәүҙәһен тапҡандар. Был турала “Лиза Алерт” ирекмәндәре хәбәр итә.
Ҡатындың яҡындары яҡшыға өмөтләнә лә бит. Тик Вәсимәнең әхирәте белдереүенсә, ул ғәйеп булып дүрт ай үткәс, ышаныс һүнә башлай. Өлкән йәштәге кеше ошо тиклем ваҡыт ҡайҙа йөрөһөн инде?!
“Беҙ бөтәбеҙ ҙә ана ҡайта, бына ҡайта тип өмөтләнә инек. Шундай мөғжизәләр осрап тора ла инде. Тик был осраҡта өмөт аҡланманы. Урыны ожмахта булһын”, – ти мәрхүмәнең ауылдашы Минзилә С.
Алдан яҙыуыбыҙса, ул 2019 йылдың 18 декабрендә үҙе йәшәгән Боғҙан ауылындағы өйөнән сығып киткән, һәм ошоға тиклем уның тураһында бер мәғлүмәт тә булмаған. Ҡатындың нисек үлгәне хаҡында хәбәр ителмәй. Уның ғаиләһенең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Фото: "Бәйләнештә".
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: