Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Апрель 2020, 15:45

Башҡортостанда коронавирус йоҡтороуҙың 191 осрағы раҫланған

16 апрелгә ҡарата мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда хәҙер 191 кеше коронавирус инфекцияһы менән сирләй.

16 апрелгә ҡарата мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда хәҙер 191 кеше коронавирус инфекцияһы менән сирләй.
Уҙған тәүлектә республикала коронавирус йоҡтороуҙың 42 яңы осрағы асыҡланған.
191 сирленән туғыҙ кеше һауығып сыҡҡан, бишәүһе үлгән.
Стопкоронавирус.рф порталында хәбәр ителеүенсә, Рәсәйҙә бөгөн 27 938 ауырыу иҫәпләнә, уларҙың 2304-е һауыҡҡан, 232-һе вафат булған.
Һуңғы тәүлектә Рәсәйҙә бөтәһе 3448 яңы осраҡ раҫланған, 34 үлем осрағы теркәлгән. Тәүлек эсендә илдә 318 кеше тулыһынса һауыҡҡан.
http://www.bashinform.ru/news/1439614-v-bashkirii-podtverzhden-191-sluchay-zarazheniya-koronavirusom/
Читайте нас: