Башҡортостанда оптика салондарына, шулай уҡ парикмахер һәм визаж хеҙмәттәре (маникюр, педикюр) күрһәткән шәхси эшҡыуарҙарға эшләргә рөхсәт бирелде.
Ләкин уларҙың эшмәкәрлеге түбәндәге шарттарға ярашлы алып барылырға тейеш: алдан яҙылыу, бина эсендә бер үк ваҡытта алты ғына кешенең булыуы (хеҙмәткәрҙәр менән бергә), хеҙмәткәрҙәрҙең һәм клиенттарҙың температураһын үлсәү, дистанция тотоу, ике сәғәт һайын дезинфекция һәм башҡа шарттар.
Шулай уҡ повестка менән судҡа, саҡырылыш пункттарына, шәхесте раҫлаған документтар менән башҡа хоҡуҡ һаҡлау һәм дәүләт органдарына, муниципаль берәмектәрҙең хакимиәттәренә барырға мөмкин.
Башҡортостан Республикаһы башлығының 2020 йылдың 18 мартындағы «Башҡортостан Республикаһында яңы коронавирус инфекцияһы (COVID-2019) таралыу хәүефенә бәйле Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә «Юғары әҙерлек» режимын индереү тураһында» указына үҙгәрештәр менән хөкүмәттең рәсми хоҡуҡи порталында танышырға мөмкин.
http://www.bashinform.ru/news/1439467-v-bashkirii-razreshili-rabotu-salonov-optiki-parikmakherov-i-vizazhistov/