Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Апрель 2020, 14:00

Өфөлә дежур балалар баҡсаһы карантинға ябылған: бер баланың ата-әсәһендә коронавирус табылған

Өфөнөң Октябрь районында урынлашҡан 122-се балалар баҡсаһы карантинға ябылған: бер баланың ата-әсәһендә коронавирус инфекцияһы табылған.

Өфөнөң Октябрь районында урынлашҡан 122-се балалар баҡсаһы карантинға ябылған: бер баланың ата-әсәһендә коронавирус инфекцияһы табылған.
«Башинформ» агентлығына баш ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Алина Сөләймәнова хәбәр итеүенсә, дежур төркөмгә 22 бала йөрөгән.
Изоляция режимы ваҡытында Өфөнөң барлыҡ райондарында дежур балалар баҡсалары эшләй. Дөйөм алғанда, әле ҡалала егермеләгән ошондай балалар баҡсаһы иҫәпләнә. Уларҙың күбеһе — Өфөнөң Октябрь районында.
Эшләгән дежур балалар баҡсалары тураһында мәғлүмәт көн һайын Өфө хакимиәте сайтында яңыртылып тора.
http://www.bashinform.ru/news/1439346-detsad-122-v-ufe-zakryt-na-karantin-u-odnogo-iz-roditeley-obnaruzhen-koronavirus/
Читайте нас: