Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Апрель 2020, 14:45

"Ике"ләр дөрөҫ ҡуйылмаған

Дистанцион уҡыу ваҡытында ҡуйылған "ике"ләрҙе юҡҡа сығарасаҡтар

Дистанцион уҡыу ваҡытында ҡуйылған икеләрҙе юҡҡа сығарасаҡтар, ошо хаҡта Өфө хакимиәтенең Мәғариф бүлеге башлығы Елена Хаффазова брифингта хәбәр итте. Уның билдәләүенсә, уҡытыусылар менән уҡыусыларға ниндәй билдә ҡуйыу тураһында алдан һөйләшелгән булған. Коронавирус арҡаһында дистанцион уҡырға мәжбүр булған уҡыусыларға "ике" ҡуйылырға тейеш түгел. Был турала республика Башлығы Радий Хәбиров та әйткәйне. Әммә ҡайһы бер уҡытыусылар етәкселекте ишетмәгән күрәһең. Елена Хаффазова балаларҙан һәм ата-әсәләрҙән уҡытыусыларҙың уларҙың кәңәшен үтәмәгәндәре өсөн ғәфү үтенгән. Фото: smolnews.ru
Читайте нас: