Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Апрель 2020, 14:50

Коронавирус йоҡторған ҡатын комала бала таба

Америкала йәшәгән 27 йәшлек Анджела Примаченко коронавирус йоҡторған. Уның был мәлдә 33 аҙналыҡ ауыры була.

Америкала йәшәгән 27 йәшлек Анджела Примаченко коронавирус йоҡторған. Уның был мәлдә 33 аҙналыҡ ауыры була. Ҡатындың температураһы күтәрелә, артабан ауыыруҙың билдәләре тағы нығыраҡ көсәйә. Ахырҙа уны дауаханаға һалалар, хәле насарайғас яһалма комаға индерәләр. ИВЛ-ға тоташтыралар, ҡатын комала ваҡытта бала таба. Команан сыҡҡас ҙур ҡорһағының юҡлығын күреп саҡ аҡылдан шашмай. Әле уны дауахананан сығарғандар, әммә балаһын бирмәгәндәр әле. Коронавирусҡа ҡабаттан тест эшләгәндән һуң ғына тотторасаҡтар. Бала һау-сәләмәт, унда инфекция табылмаған. Фото: unsplash.com/CC 0
Читайте нас: