Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Апрель 2020, 14:10

Өләсәһе ейәненең ғүмерен ҡыйған

“Тауышланмағыҙ!” - тип тәртипкә саҡырған өсөн генә 20 йәшлек егеттең ғүмере өҙөлгән.

“Тауышланмағыҙ!” - тип тәртипкә саҡырған өсөн генә 20 йәшлек егеттең ғүмере өҙөлгән.
Ҡот осҡос хәл: кисә Өфөлә өләсәһе ейәнен сәнсеп үлтергән. Был ғибрәтле хәл баш ҡаланың Ш. Руставели урамындағы йорттарҙың береһендә теркәлгән. “Башинформ” мәғлүмәт агентлығынан хәбәр итеүҙәренсә, пенсионер ханым үҙенең ҡыҙы менән эске табыны ҡорған. Ул ҡыҙған һайын нығыраҡ тауышланғандар. Өләсәһе менән әсәһенең ҡылығы 20 йәшлек егеткә оҡшамаған, ул яҡындары менән әрләшә башлаған. Шул саҡта оло йәштәге ҡатын өҫтәлдә ятҡан бысаҡты алып ейәненә ташланған һәм уны үлемесле яралаған. Егет шунда уҡ йән биргән.
Әлеге ваҡытта енәйәт эше ҡуҙғатылған. Ейәненең ғүмерен ҡыйған ҡатын ҡулға алынған. Был ғибрәтле хәл тағы берҙе иҫкәртә: эске - бәлә, ҡайғы сығанағы...
Фото: life.ru
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: