Яйыҡ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Апрель 2020, 14:25

Рәсәйҙә 127 мең кеше табиптар күҙәтеүендә

Роспотребнадзорҙың оператив мәғлүмәттәре буйынса, 16 апрелгә Рәсәй төбәктәрендә 126 мең 950 кеше табиптар күҙәтеүендә ҡала.

Роспотребнадзорҙың оператив мәғлүмәттәре буйынса, 16 апрелгә Рәсәй төбәктәрендә 126 мең 950 кеше табиптар күҙәтеүендә ҡала.
Бөгөнгә Рәсәйҙә яңы коронавирусҡа 1,61 миллион лаборатория тикшереүе үткәрелгән. Һуңғы тәүлектә илдә коронавирусҡа 95,4 мең тест тапшырылған.
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, Башҡортостан лабораторияларында хәҙер 9 мең самаһы өлгө коронавирусҡа тикшереү көтә. Эпидемиологик хәлгә бәйле ҙур йөкләмә арҡаһында сират барлыҡҡа килгән.
15 апрелгә мәғлүмәттәр буйынса, илдә 24 490 ауырыу осрағы раҫланған, 1986 кеше һауыҡҡан, 198-е вафат булған.
http://www.bashinform.ru/news/1439559-pod-nablyudeniem-medikov-v-regionakh-rossii-nakhodyatsya-127-tysyach-bolnykh-koronavirusom/
Читайте нас: