Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Апрель 2020, 14:20

Өс кешенең ғүмерен өҙҙө...

Республикала сыҡҡан янғындарҙа ике тәүлек эсендә өс кешенең ғүмере өҙөлгән.

Республикала сыҡҡан янғындарҙа ике тәүлек эсендә өс кешенең ғүмере өҙөлгән.
13 апрель Өфө районы Йоматау ауылында янған мунсала 76 йәшлек оло кешенең үле кәүҙәһе табыла. Кисә Белореттың Мәйгәшле ауылында ағас йортта янғын сыға. Ҡотҡарыусылар утты һүндергәс, 56 йәшлек ирҙең мәйетенә юлығалар.
Үткән төндә Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылында ла фажиғә теркәлә. Ағас йорт төкәтмәһендә сыҡҡан утты һүндереүҙә Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш министрлығының ике берәмек техникаһы, алты ҡотҡарыусыһы ҡатнаша. Ут һүндерелгәс, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 37 йәшлек ир кешенең кәүҙәһе табыла.
Бөгөн иртән Туймазы ҡалаһының 12-се балалар баҡсаһында ла янғын сыға. 23 хеҙмәткәрҙән, ете берәмек техниканан торған ҡотҡарыусылар командаһы икенсе ҡатта, 20 квадрат метр майҙанда ҡоторған асыҡ утты тиҙ арала һүндерә. Бәхеткә күрә, был мәлдә учреждениела бер кем дә булмай.
Янғындарҙың сәбәптәрен асыҡлау буйынса тикшереү эштәре бара.
Янғын тигән ҙур бәләнән һаҡланыу өсөн республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә, иғтибарлы булырға саҡыра. Бөгөн иң ышаныслы сара – ут тураһында иҫкәрткән автономлы ҡулайлама, уны мотлаҡ ҡуйҙырыу кәрәк. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!
Фотолар Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан.
Автор: Римма Султанова
Читайте нас: