Ҡурҡыныс хәл кисә, 14 апрелдә, Стәрлетамаҡ ҡалаһында була. Бер йәшлек малай тәҙрәнән ҡолап төшә. Уны күп һанлы йәрәхәттәр менән Салауат ҡалаһы дауаханаһына алып китәләр, тип уҙа “Уфа1” порталы.
Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, малайға ярҙам итә алмайҙар. Бала реанимация бүлексәһендә йән бирә. Асыҡланыуынса, ул Өфө урамындағы йорттарҙың береһенән, етенсе ҡаттан ҡолап төшкән. Тәфтиш комитеты был хәл буйынса тикшереү башлаған.
Көндәр йылытыу менән бәләкәй балалар өсөн хәүефле осор башлана. Кешеләр эҫелектән тәҙрәләрен асып, уларға махсус селтәр ҡуйыусан. Сабыйҙарҙың иһә уға кәүҙәһе менән терәлеүе, һөҙөмтәлә фажиғәгә тарыуы ихтимал.
Бәләкәй балалар булған йортта хәүеф күп. Тәҙрәләр улар араһында тәүге урындарҙың береһен биләй. Шуға күрә тәҙрәгә махсус йоҙаҡтар алып ҡуйыу, сабыйҙарҙы бүлмәлә яңғыҙ ҡалдырмау - мотлаҡ сара.