Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Апрель 2020, 17:26

Шахтер ҡатын-ҡыҙ тураһында

Миндәк руднигында һуғыш дәүерендә ҡатын-ҡыҙ күп эшләй

Озерный ауылынан Нөҡип Әйүпов яҙғандарҙан:
“Ҡара ерҙең ҡуйынында
Келет юлдары.
Тәрән шахта эсендә,
Алтын ҡаҙыу эшендә
Урал улдары”.
Ҡәһәрле һуғыш йылдары Урал улдарын ғына түгел, ҡыҙҙарын да тәрән шахтаға төшөргә мәжбүр итә. Һуғыш башланғас райком ҡарары менән Миндәк ҡасабаһы тирәһендә урынлашҡан ауылдарҙан 14-17 йәшлек мыҡтыраҡ кәүҙәле, таһыл һәм сос ҡыҙҙарҙы һайлап алып, рудникта төрөлө эштәр башҡарырға ҡушалар.
Руда сығарыусы (забойщик), вагонетка этәүсе (откатчица), мәғдән ваҡлаусы (дробилщица), тау тоҡомон сорттарға айырыусы (сортировщица), тау тоҡомдарын өйөмгә (отвалға) ташыусы булып эшләгәндәр.
Быуындары нығынып та өлгөрмәгән йәп-йәш ҡыҙҙар кәйлә, көрәк, балға менән алтынлы руданы соҡоп сығарып, бер тәгәрмәсле арбаға (тачкаға), аҙаҡ вагонеткаға тейәп шахтанан сығарғандар. Арып-талып, аяҡтан йығылғансы эшләп, һуғышты, Гитлерҙы ҡәһәрләп, ниндәй генә ауырлыҡтар кисермәгәндәр улар! Хөкүмәткә күберәк алтын тапшырып, фашисты тиҙерәк тар-мар итеп, Еңеү көнөн яҡынайтыу өсөн көнө-төнө эшләгәндәр.
“Бер ваҡытта ла төшөнкөлөккә бирелмәнек”, - тип һөйләй торғайны Хөснә әбейем. “Эштән арыһаң да, устарыбыҙ ҡабарып, тәндәребеҙгә таш ярсыҡтары ҡаҙалыуға ҡарамаҫтан, смена һайын ашап, эш аҙағында бер кило һоло менән бер буханка икмәкте әсәй-туғандарға, өйгә алып ҡайтыу беҙҙең өсөн оло ҡыуаныс була ине”, - тип таш кергән күҙен йәшләндереп иҫкә ала ине Әминә әбей.
Минең әбейҙәрем Йәнүзә, Хөснә, Мәрхәбә һәм Әминә, ғөмүмән, аҙаҡ та, тыныс тормошта татыу, аралашып, балалар үҫтереп, матур, сабыр итеп йәшәнеләр. 2009 йылда уҡытыусы Ишмөхәмәтова Нәйрә Сәйфулла ҡыҙы тарафынан 83 йәшлек Әминә әбей Мөхәмәтованан яҙып алған шиғырын тәҡдим итәм. Һуғыш йылдарында таш ватыусы булып эшләгән ул.
Бергә-бергә күп эшләнек,
Бер ваҡыт ирешмәнек.
Серек картуф ашаһаҡ та
Бер ҙә лә бирешмәнек!
Аслыҡта үткән ғүмерҙе
Оноторлоҡмо бөгөн?
Ул йылдар иҫкә төшһә
Әрней ҙә китә күңел.
Устарыма алып ҡаптым
Аҡ икмәктең валсығын,
Һуғыш мәлендә күпме йоттоҡ
Ҡара һоло ҡылсығын.
Киндер иләп, киндер һуҡтыҡ
Күлдәк итеп кейергә.
Көнөн-төнөн эшләнек
Фашистарҙы еңергә!
Алмағастың алмалары
Ашамайса ҡалмайыҡ,
Туғыҙынсы май – Еңеүҙе
Байрам итмәй ҡалмайыҡ!
Бына улар – тыл батырҙары, Ғәлиәхмәр ауылы ҡыҙҙары һәм килендәренең исем-шәрифтәре. Һәҙиә Азаматова (Шәйәхмәтова), Мөнирә Баталова (Мәғәфурова), Нәзирә Ғәлина, Йәнүзә Зиннурова (Йылҡыбаева), Әминә Ишбаева (Мөхәмәтова), Ғәлимә Ишбаева (Иҫтамғолова), Зәлифә һәм Нәғимә Кинйәбаевалар, Фәриҙә Ҡунаҡбаева ( Мәғәфүрова), Рәшиҙә Ғимранова, Закира Мөғәллимова, Сәкинә Ноғоманова, Мәрхәбә Нафиҡова, Талиба Талипова, Фәриҙә Фәхретдинова, Ғәдәнә Әхмәтова (Заһирова), Хөснә Әйүпова (Ибраһимова), Талиба Ямалетдинова.
Күпме ауырлыҡтар үтеп, Еңеүгә тос өлөш индергән улар! Һуғыштан һуң бөтәһе лә ғаилә ҡороп, намыҫлы ул-ҡыҙҙар тәрбиәләнеләр. Уларҙың да байтағы Учалы, Миндәк, Сибай йә Ҡаҙағстан рудниктарында эшләнеләр.
Һанап киткән апай-әбейҙәр бөгөнгө көндә мәрхүмәләр инде. Йәндәре йәннәттә булһын. Оло әбейҙәрҙең эштәрен дауам итеүселәр йәшәй беҙҙең яҡта. Минең еңгәм Гәүһәр Хәсән ҡыҙы Ғәлина (Мәзитова)10 йылға яҡын Миндәк руднигында эшләне. Туғаным Мәймүнә Газыуан ҡыҙы Лоҡманова (Ғәлина) 30 йыл ғүмерен Учалы руднигына бирҙе, 5 йыл Монголия рудниктарында ла эшләп килде. Хәҙер икеһе лә хаҡлы ялда.
Читайте нас: