Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Апрель 2020, 10:56

Өҫтән бөтәһе лә ус төбөндәгеләй

Хәүефле миҙгел башланыр алдынан Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығы республиканың Урман янғыны үҙәге менән берлектә төбәктең урман фонды биләмәһен һауанан күҙәтә башланы.

Хәүефле миҙгел башланыр алдынан Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығы республиканың Урман янғыны үҙәге менән берлектә төбәктең урман фонды биләмәһен һауанан күҙәтә башланы.
– Тәүге авиапатруллек итеү 12 апрелдә ойошторолдо. Һөҙөмтәлә урман фонды тикшерелде, әлегә ут сығанаҡтары табылманы, – ти республиканың Урман янғыны үҙәге етәксеһе Айрат Йосопов.
Республиканың төп урман биләмәләре тау-урман өлөшөндә урынлашҡан, шуға ла беренсе осош Өфө – Белорет – Учалы маршруты буйынса үткәрелгән. Дөйөм алғанда, Башҡортостанда авиапатруллек итеү буйынса һигеҙ маршрут раҫланған һәм уның дөйөм оҙонлоғо 4615 километрға тиң. Урмандарҙағы хәлгә ҡарап, маршруттарҙың йүнәлеше үҙгәреүе лә ихтимал.
Авиапатруллек итеүҙең файҙаһы баһалап бөткөһөҙ – янғын сығанаҡтары тиҙ асыҡлана, уның урыны һәм таралыу йүнәлеше билдәләнә, ҡайһы яҡтан ут һүндереү формированиеларын һәм техниканы индереү хәл ителә, шулай башҡа категорияға ҡараған ерҙәрҙәге янғындар ҙа асыҡлана. Алынған мәғлүмәттәҙер күҙәтеүсе летчик министрлыҡтың Төбәк диспетчер хеҙмәтенә һәм райондарҙың Берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәтенә ебәрә.
Әлегә республикала хәл тыныс, шулай булһа ла уялыҡты юғалтырға ярамай. Урман янғындары ҡануниәтен боҙоу тураһындағы мәғлүмәтте тәүлек әйләнәһенә эшләгән Төбәк диспетчер хеҙмәтенең (8 (347) 218-14-14) һәм Урман һағының тура бәйләнеш телефондарына (8-800-100-94-00) хәбәр итеүегеҙ һорала. “Урманды һаҡлағыҙ” мобиль ҡушымтаһын Google play, App Store, Windows Store аша күсереп алығыҙ. Уның ярҙамында урман һағы менән бәйләнешкә инергә мөмкин.
Әйткәндәй, ил Президентының май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Экология” милли проектын бойомға ашырыу һөҙөмтәһендә, Башҡортостан урман хужалығының яңғын һүндереү формированиеларына яңы техникалар, ҡорамалдар алынды. Тимәк, төбәк урмансылары миҙгелде ныҡлы әҙерлек менән ҡаршылай.
Фото: БР Урман хужалығы министрлығы сайтынан.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас: