Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Апрель 2020, 15:25

Башҡортостанда 72 мең ғаиләгә 100 мең аҙыҡ-түлек пакеты тапшырыла

Башҡортостандың 72 мең аҙ тәьмин ителгән ғаиләһенә 100 мең аҙыҡ-түлек пакеты тапшырыла. Уларҙы республика предприятиелары — Урал тау-металлургия компанияһы һәм Башҡортостан сода компанияһы бүлгән 70 миллион һум аҡсаға әҙерләйҙәр.

Башҡортостандың 72 мең аҙ тәьмин ителгән ғаиләһенә 100 мең аҙыҡ-түлек пакеты тапшырыла. Уларҙы республика предприятиелары — Урал тау-металлургия компанияһы һәм Башҡортостан сода компанияһы бүлгән 70 миллион һум аҡсаға әҙерләйҙәр. Был хаҡта республика башлығы Радий Хәбиров муниципалитет башлыҡтары менән кәңәшмәлә белдерҙе.
Хөкүмәт вице-премьеры Ленара Иванова пакетттарҙың аҙ тәьмин ителгәндәрҙең ниндәй төркөмдәренә йүнәлтеләсәген әйтте. Улар – ай һайын балалар пособиеһы алыусылар. 1 апрелгә бындай ғаиләләр — 72 мең, уларҙа 165 меңдән ашыу бала йәшәй.
Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, әгәр ғаиләлә бер нисә бала тәрбиәләнһә, аҙыҡ-түлек пакеты ла шунса була.
«Хакимиәт башлыҡтарынан аҙыҡ-түлектең һаҡланыуын тәьмин итеү һорала, — тип билдәләне республика башлығы хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Урал Килсенбаев. — Продукцияның 80 проценты Башҡортостанда етештерелгән».
Халыҡҡа тәүге пакеттар 23 апрелдә таратыла, график буйынса барыһы ла хакимиәт башлыҡтарына еткерелә. 1 майға тиклем бөтәһе лә аҙыҡ-түлек пакеттарын алырға тейеш.
«Кешеләр ас ултырмаһын! Һәр береһенә барып етергә кәрәк», — тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров. Республика башлығы муниципалитет етәкселәренә улар үҙ биләмәләрендәге һәр хәбәргә иғтибар итергә һәм ҡарар ҡабул итергә тейешлеген иҫкә төшөрҙө.
http://www.bashinform.ru/news/1439654-na-sredstva-ugmk-i-bsk-budut-sformirovany-produktovye-pakety-dlya-zhiteley-bashkirii/
Читайте нас в