Яйыҡ
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Апрель 2020, 15:55

Еңеү байрамы күсерелә

Ил Президенты Владимир Путин ҡарар ҡабул итте: Еңеү парады 9 майҙа булмаясаҡ.

Ил Президенты Владимир Путин ҡарар ҡабул итте: Еңеү парады 9 майҙа булмаясаҡ.
Шулай итеп, Еңеү парады һәм “Үлемһеҙ полк” маршы күсерелә.
"Байрамға тиклем бер айҙан аҙыраҡ ваҡыт ҡалды. 9 Май беҙҙең өсөн изге көн. Шул уҡ ваҡытта кеше ғүмеренең дә хаҡы юҡ. Хәүеф бик ҙур. Был миңә парадҡа әҙерлек башларға рөхсәт итергә хоҡуҡ бирмәй”, – тине Владимир Путин Именлек Советы ағзалары менән ойошторолған ултырышта.
Владимир Владимирович белдереүенсә, быға тиклем байрамға әҙерлек федераль кимәлдә лә, төбәктәрҙә лә башланғайны. Тик әле Рәсәйҙә коронавирустың юғары нөктәһе үтмәгән, хәүеф бик юғары. “Шуға күрә оборона министрлығына, көс ведомстволары етәкселәренә, һәр кимәлдәге власть органдарына графикты үҙгәртергә, Ҡыҙыл майҙандағы һәм төбәктәрҙәге парадтарға әҙерлекте күсерергә ҡушам”, – тине Владимир Путин.
Әйткәндәй, быға тиклем илдең ветерандар ойошмалары Владимир Путинға мөрәжәғәт итеп, коронавирус инфекцияһы таралыу хәүефе ҙур булыуы сәбәпле парадты һуңғараҡ ваҡытҡа күсеререүҙе һорағайны.
Фото: zen.yandex.ru
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: