Яйыҡ
-1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Апрель 2020, 15:45

Иң беренсе булып кем йоҡторған?

COVID-19 коронавирус инфекцияһын иң беренсе булып Ухань ҡалаһындағы Вирусология институты хеҙмәткәре йоҡторған һәм башҡаларға таратҡан.

COVID-19 коронавирус инфекцияһын иң беренсе булып Ухань ҡалаһындағы Вирусология институты хеҙмәткәре йоҡторған һәм башҡаларға таратҡан. Был хаҡта Американың Fox News телеканалы, “Ҡытай хөкүмәтенең эпидемияның башланғыс этаптарында атҡарған саралары менән таныш һәм ошоға ярашлы документтарҙы күргән” сығанаҡтарға нигеҙләнеп, хәбәр итә.
Киң мәғлүмәт саралары мәғлүмәттәренә ҡарағанда, вирус лаборатория хеҙмәткәрҙәренең береһенә ярғанаттан күскән. Үҙ сиратында ул уны ҡалала йәшәүселәргә таратҡан, тип әйтелә. Уларҙың сығанаҡтарының версияларына ҡарағанда, ғилми ойошма биологик ҡорал төҙөү менән шөғөлләнмәгән. Төп мәсьәлә булып “Ҡытайҙың АҠШ менән тигеҙлеген йәки хатта вирустарҙы асыуҙа һәм улар менән көрәштә өҫтөнлөгөн күрһәтеү” торған. АҠШ президенты Дональд Трамп каналға был версия менән таныш булыуҙары һәм хәлде өйрәнеүҙәре хаҡында белдергән, тип яҙылған Proufu.ru сайтында.
Фото: Proufu.ru.
Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас: