Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Апрель 2020, 15:50

Интернаттар ябыла

Республика Башлығы Радий Хәбиров бөгөн үткән оператив кәңәшмәлә хәбәр итеүенсә, карантин шарттарында эшләгән социаль учреждение хеҙмәткәрҙәре өҫтәмә түләүҙәр аласаҡ.

Республика Башлығы Радий Хәбиров бөгөн үткән оператив кәңәшмәлә хәбәр итеүенсә, карантин шарттарында эшләгән социаль учреждение хеҙмәткәрҙәре өҫтәмә түләүҙәр аласаҡ.
"Медиктар өсөн өҫтәмә республика түләүҙәре хаҡында ҡарар ҡабул иттек. Хәҙер иһә ололар һәм инвалидтар өсөн йорт-интернаттарҙағы хәлде күҙәтеү фарыз. Минеңсә, кеше ауыр шарттарҙа үҙен хәүеф аҫтына ҡуйып эшләүен дауам итә икән, бының өсөн өҫтәмә түләү булырға тейеш", - тип билдәләне республика етәксеһе һәм был хәлде беренсе вице-премьер Андрей Назаровҡа асыҡларға ҡушты.
Ошо уҡ сарала Радий Хәбиров 20 апрелдән социаль учреждениеларҙы карантинға ябырға ҡарар иткәнен белдерҙе. Кисәнән был режимға Өфөләге “Именлек” интернаты, Октябрьский ҡалаһы йорт-интернаты, Иглин районындағы Күҙәй һәм Дүртөйлө районындағы Иҫке Байыш интернаттары күсте. Башҡаларға иһә карантинға ябылыу алдынан көнкүреш мәсьәләләрен хәл итеү өсөн тағы өс көн барлығын билдәләне республика етәксеһе.
Дәүләткә ҡарамаған социаль учреждениеларға килгәндә, улар күҙәтеүсе органдарҙың иғтибар үҙәгендә буласаҡ, эшмәкәрлегендә тайпылыштар булһа, шунда уҡ ябыласаҡ.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, 11 апрелдә коронавирус инфекцияһы таралыу ихтималлығы асыҡланғас, Нефтекама психоневрология интернаты ябылғайны.
Фото: mintrudkchr.ru
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас в