Яйыҡ
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Апрель 2020, 09:40

РЕСПУБЛИКА ЧЕМПИОНДАРЫ ҺӘМ СПОРТСЫЛАРЫ ОНЛАЙН-ЗАРЯДКАЛАР ҮТКӘРӘ

Башҡортостан халҡы, изоляция режимын һаҡлап, сәләмәт тормош рәүеше тураһында онотмаһын өсөн, БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы махсус акция башланы. Унда теләгән һәр кеше ҡатнаша ала.

Башҡортостан халҡы, изоляция режимын һаҡлап, сәләмәт тормош рәүеше тураһында онотмаһын өсөн, БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы махсус акция башланы. Унда теләгән һәр кеше ҡатнаша ала.
Башҡортостан халҡы өсөн онлайн-зарядкалар үткәрәләр. Кәйефте күтәреү, рухты үҫтереп ебәреү һәм сәләмәтлек өсөн тәғәйенләнгән күнегеүҙәрҙе спорт оҫталары, донъя һәм Европа чемпиондары, Олимпия уйындары чемпиондары һәм призерҙары күрһәтә.
-Акция 5-се апрелдә башланғайны, ул көн һайын иртәнге сәғәт туғыҙҙан унға тиклем буласаҡ, - тип һөйләйҙәр БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының мәғлүмәт хеҙмәтендә. – Чемпиондар менән зарядкалар Башҡортостан халҡының кәйефен күтәреү, кешеләр өйҙә тик ултырмаһындар, спорт менән шөғөлләнергә кәрәклеген дә онотмаһындар өсөн үткәрелә.
Шуны билдәләп үтергә кәрәк, саралар “Спорт – тормош нормаһы” федераль проекты сиктәрендә уҙа.
Яңылыҡ сығанағы: https://mgazeta.com/
Читайте нас: