Яйыҡ
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Апрель 2020, 10:53

Тынлыҡ осоро башлана

Ҡармаҡ менән генә балыҡ тоторға ярай. Бөтөнләй тыйылып торһағыҙ - тағы ла яҡшыраҡ.

Балыҡсылар - белеп ҡуйығыҙ! БР айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре буйынса дирекцияһының “Көнсығыш” айырымланған структур подразделениеһы өлкән инспекторы Мирдар Дияров әйтеүенсә, балыҡ ыуылдырыҡ сәсеү осоронда етди сикләүҙәр индерелә. 25 апрелдән 5 июнгә тиклем осорҙа балыҡ ыуылдырыҡ сәсмәгән урындарҙа ғына, ярҙан тороп һәм 2 ырғаҡтан артмаған ҡалҡыуысылы йә ҡалҡыуысһыҙ (донный) 1 ҡармаҡ менән генә кәсеп итергә рәхсәт ителә.
Тоторға рөхсәт ителгән минималь үлсәмдәр: ағасаҡ (жерех) , һыла (судак) , һаҙан (сазан) - 40 сантиметр, ҡорман (лещ) – 28, суртан – 32, сантиметр, ҡыҫала – 10 сантиметр. Тәүлегенә 5 килограм һыу биоресурстары алырға мөмкин, ҡыҫалалар – 20 дана.
Тынлыҡ осоронда бөтә төр ау-йылымдар, ата йә сәнсә торған ҡоралдар, тоҙаҡ-ҡапҡандар ҡулланыу ҡәтғи рәүештә тыйыла.
Ҡағиҙә боҙоусыларға административ штрафтар һалына, граждандарға – 2-5 мең һум. Енәйәт яуаплылығы ла ихтимал: ҙур зыян килтерелһә, транспорт йә йөҙөү саралары ҡулланылһа, балыҡсы ыуылдырыҡ сәсеү урындарында йә айырыуса һаҡланған биләмәләрҙә эш итһә. Был осраҡта штраф 500 мең һумға тиклем етеүе мөмкин, 2 йылға тиклем иректән мәхрүм ителеү ҙә булмаҫтай хәл түгел! Кәмә-катерҙар конфискацияланыуы ихтимал. Ә һыу биоресурстарына килтергән зыянды иҫәпләгәндә, түбәндәге бер баш өсөн такса ғәмәлдә: һыла - 3305 һум, пелядь, бәрҙе (хариус), ағасаҡ, һаҙан, суртан, аҡ амур - 925 һум, ҡарабалыҡ (линь), опто (язь), ҡорман - 500 һум, сабаҡ (плотва), табан (карась), ажау (голавль), алабуға (окунь) - 250 һум,ҡыҫала - 115 һум.
Һыу ресурстары тыйылған дәүерҙә кәсеп ителһә, зыян ике тапҡырарттырыла, тип тә билдәләне әңгәмәсебеҙ.
Шулай уҡ һыу һаҡлау зоналарында автотранспорт йөрөүе һәм тороуы тыйыла. Был талапты –үтәмәгән өсөн штраф -3-4,5 мең һум.
Бөтә талаптарҙы үтәп ҡармаҡ менән балыҡ тотағыҙ икән, аҙағынан артығыҙҙан сүп-сарҙы йыйығыҙ, янғын хәүефһеҙлеге тураһында һис онотмағыҙ.
Һыуҙа браконьерлыҡ осрағы тураһында белдегеҙ икән, урындағы полицияға йә БР һыу биология ресурстарын һаҡлау бүлегенә хәбәр итергә мөмкин (Өфө, Р.Зорге урамы, 19/2 индекс 450059, телефон - 8-(347)-246-07-08).
Ҡурсаланыу осоронда өйҙә генә ултырыу хәйерлерәк булыр!
Һүрәттә -“Урал-Тау” заказнигы биләмәләрендәге Аҡкүл.
Читайте нас: