Башҡортостанда ял көндәре ямғырлы була. Республиканың ҡайһы бер райондарында бер аҙ яуым-төшөм, ә төндә һәм иртән күпселек райондарҙа ҡар ҡатыш ямғыр көтөлә.
«Ел көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙгө сәғәттәрҙә +6,+11. Йәкшәмбе, 19 апрелдә, циклондың тәьҫире кәмей. Урыны менән ямғыр яуа. Һауа температураһы көндөҙ 10-15 градусҡа тиклем», — тип белдерҙе Башгидромет белгестәре.
Киләһе аҙнаның башында республикала һауа торошо үҙгәрмәй. 21 апрелгә йылыта: термометр бағанаһы +20 градусҡаса күтәрелә. Ләкин метеорологтар ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы хаҡында иҫкәртә.
http://www.bashinform.ru/news/1440458-na-sleduyushchey-nedele-v-bashkirii-vozdukh-progreetsya-do-20-gradusov/